Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7—13 октябрь

ЗӘБУР 92—95

7—13 октябрь

84-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы!

(10 мин.)

Йәһүә беҙҙең уға хеҙмәт итеүебеҙгә лайыҡ (Зәб 92:1, 4; w18.04 26 б., 5 абз.).

Ул беҙҙе бәхетле иткән ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә (Зәб 92:5; w18.11 20 б., 8 абз.).

Йәһүә оло йәштәге хеҙмәтселәрен ҡәҙерләй (Зәб 92:12—15; w20.01 19 б., 18 абз.).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Миңә тормошомдо Йәһүәгә бағышларға һәм һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 92:5. Ни өсөн ошо һүҙҙәр Йәһүәнең зирәклеген яҡшы тасуирлай? (cl-U 176 б., 18 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Әңгәмә барышында кешеләрҙе Изге Яҙма менән таныштырғаның тураһында һөйләр өсөн мөмкинлек тап (lmd 5-се дәрес, 3-сө пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(3 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Элек Изге Яҙма өйрәнеүенән баш тартҡан кешегә өйрәнеү тәҡдим ит (lmd 8-се дәрес, 4-се пункт).

6. Шәкерттәр әҙерләгеҙ

(5 мин.) Рухи яҡтан үҫмәгән өйрәнеүсе менән һөйләшеү (lmd 12-се дәрес, 5-се пункт).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

5-се йыр

7. Йәштәр ҙә күңел тынысһыҙлығынан интегә

(15 мин.). Фекер алышыу.

Йәһүәнең хеҙмәтселәре лә күңел тынысһыҙлығынан интегә. Мәҫәлән, Дауыт ваҡыт-ваҡыт күңел тынысһыҙлығы кисергән. Бөгөнгө көндәрҙә лә күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ шундай уҡ ауырлыҡ менән осраша (Зәб 13:2; 139:23). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хатта йәш мәсихселәрҙе лә урап үтмәй. Күңел тынысһыҙлығы арҡаһында уларға иң ябай эштәрҙе башҡарыуы, мәҫәлән, мәктәпкә йә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүе ауыр булырға мөмкин. Тынғыһыҙлыҡ хатта паникалы һөжүмдәргә килтереүе йә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу уйҙары тыуҙырыуы бар.

Йәш ҡәрҙәштәр, күңел тынғыһыҙлығынан интекһәгеҙ, был хаҡта атайығыҙ, әсәйегеҙ йә рухи яҡтан етлеккән берәй ҡәрҙәш менән һөйләшеп алығыҙ. Шулай уҡ Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылығыҙ (Фп 4:6). Ул доғаларығыҙға һис шикһеҙ яуап бирәсәк (Зәб 94:17—19; Иш 41:10). Стинг миҫалына иғтибар итәйек.

«Йәһүә минең турала ҡайғыртып торҙо» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

• Изге Яҙмалағы ниндәй аят Стингҡа ярҙам иткән һәм ни өсөн?

• Йәһүә уның хаҡында нисек ҡайғыртҡан?

Атай-әсәйҙәр, һеҙ балаларығыҙға күңел тынысһыҙлығын еңеп сығырға ярҙам итә алаһығыҙ. Уларҙы сабырлыҡ менән тыңлағыҙ, үҙ яратыуығыҙҙы белдерегеҙ һәм Йәһүә уларҙы ярата икәненә ышаныс үҫтерергә ярҙам итегеҙ (Тит 2:4; Яҡ 1:19). Йәһүәнән, балаларығыҙға ярҙам итер өсөн, кәрәкле көс һәм йыуаныс биреүен һорағыҙ.

Беҙ йыйылыштағы ниндәйҙер ҡәрҙәштең көслө күңел тынысһыҙлығынан ғазапланғанын белмәҫкә йә уның ниндәй хистәр кисергәнен аңлап бөтмәҫкә лә мөмкин. Шулай ҙа, йыйылыштағы һәр ҡәрҙәш яратыу һәм йылылыҡ тойһон өсөн, үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ (Ғһ 12:25; Ев 10:24).

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 81-се йыр һәм доға