Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 135—141

Беҙ ғәжәп яратылғанбыҙ

Беҙ ғәжәп яратылғанбыҙ

Дауыт барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙә асыҡ итеп сағылған Алланың сифаттары тураһында уйланған. Ул үҙ ғүмерен Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған.

Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр тураһында тәрән уйланыу Дауытты Йәһүәне данларға дәртләндергән:

139:14

  • «Һине маҡтайым мин, сөнки шундай ғәжәп яратылыуым тәрән хөрмәт уята. Һинең эштәрең ғәжәп, һәм мин быны бик яҡшы беләм»

139:15

  • «Мин йәшерен рәүештә яратылғанда, ер ҡуйынында туҡып яһалғанда, һөйәктәрем һинән йәшерен булмаған»

139:16

  • «Күҙҙәрең хатта яралғы булған сағымды күргән; әле бер өлөшөм дә булмағанда, уларҙың үҫеше тураһында барыһы ла китабыңда яҙылған булған»