Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә ошондай хаталар эшләмәйек

Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә ошондай хаталар эшләмәйек

Бик күп һөйләү. Бөтә нәмәне һин аңлатырға тейешһең тип уйлама. Ғайса, кешегә уйланырға һәм дөрөҫ һөҙөмтәләргә килергә ярҙам итер өсөн, һорауҙар ҡулланған (Мт 17:24—27). Һорауҙар өйрәнеүҙе йәнләндереп ебәрә һәм өйрәнеүсе материалды аңлаймы, юҡмы икәнен, шулай уҡ уның нимәгә ышанғанын күрергә ярҙам итә. Һорау биргәс, түҙемле бул һәм өйрәнеүсеңдең яуап биреүен көт. Әгәр ул дөрөҫ яуап бирмәһә, уны төҙәтергә ашыҡма. Бының урынына өҫтәмә һорауҙар ярҙамында уның үҙенә дөрөҫ һығымтаға килергә ярҙам ит. Өйрәнеүсең яңы фекерҙәрҙе яҡшыраҡ аңлай алһын өсөн, уларҙы яйлабыраҡ аңлат.

Өйрәнеүҙе ҡатмарландырыу. Үткән материал буйынса бөтә белгәнеңде һөйләп биргең килһә лә, кешенең иғтибарын абзацтың төп фекерҙәренә йүнәлт (Ях 16:12). Төрлө нескәлектәр, улар хатта ҡыҙыҡ булһа ла, иғтибарҙы төп фекерҙәрҙән ситкә алып китергә мөмкин. Өйрәнеүсе төп фекерҙе аңлаһа, киләһе абзацҡа күс.

Иғтибарҙы тик материалға ғына туплау. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — материалды үтеү генә түгел, ә кешенең йөрәгенә тәьҫир итеү (Лк 24:32). Дәрестәге төп шиғырҙарға иғтибар итеп, Алла Һүҙенә кешенең йөрәгенә тәьҫир итергә мөмкинлек бир (2Кр 10:4; Ев 4:12). Ябай миҫалдар ҡуллан. Үткән материалды кешенең шарттарына, ышаныуҙарына яраҡлаштыр. Ошондай һорауҙар бир: әле генә белгәндәрең тураһында нимә уйлайһың? Һин Йәһүә тураһында нимә белдең? Был кәңәштәрҙе ҡулланыу һиңә ниндәй файҙа килтерәсәк?