Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йыйылыш осрашыуҙарына килергә дәртләндерәбеҙ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йыйылыш осрашыуҙарына килергә дәртләндерәбеҙ

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Йыйылыш осрашыуҙары беҙгә даими рәүештә Йәһүәне «маҡтарға» һәм уға «йыр йырларға» мөмкинлек бирә (Зәб 149:1). Бынан тыш, осрашыуҙарыбыҙҙа беҙ Алла ихтыярын үтәргә өйрәнәбеҙ (Зәб 143:10). Ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм Изге Яҙманы өйрәнеүселәр, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаһа, ғәҙәттә рухи яҡтан тиҙерәк үҫә.

БЫНЫ НИСЕК ЭШЛӘРГӘ:

  • Кеше менән әлегә Изге Яҙма өйрәнеүе башламаһаң да, уны мөмкин тиклем иртәрәк осрашыуға саҡырырға тырыш (Ас 22:17)

  • Ҡыҙыҡһынған кешегә йыйылыш осрашыуының нисек үтеүе һәм яҡын арала үтәсәк осрашыуҙа нимә ҡарап сығыласағы хаҡында һөйлә. Был яҡтан һиңә йыйылыш осрашыуына саҡырыу ҡағыҙы, «Батшалыҡ Залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙма, шулай уҡ «Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй» тигән брошюраның 5, 7-се дәрестәре ярҙам итәсәк

  • Ярҙам тәҡдим ит. Ҡыҙыҡһынған кешене, бәлки, йыйылышҡа машина менән килтерергә йә уға тейешле кейем һайларға ярҙам итергә кәрәктер. Осрашыу ваҡытында уның эргәһенә ултыр һәм баҫмаларҙан бергә күҙәтеп барырға тәҡдим ит. Уны ҡәрҙәштәр менән таныштыр