Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 119

«Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөү»

«Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөү»

Йәһүәнең ҡануны буйынса йөрөү Алланың күрһәтмәләренә теләп буйһоноуҙы аңлата. Изге Яҙмала, мәҙхиә йырлаусы һымаҡ, Йәһүәнең ҡанундары буйынса йәшәгән һәм уға таянған кешеләрҙең ыңғай миҫалдары бик күп.

Ысын бәхет Алланың ҡануны буйынса йөрөүебеҙҙән тора

119:1—8

Ешуа Алланың күрһәтмәләренә тулыһынса ышанғанын күрһәткән. Бәхетле һәм уңышлы булыр өсөн, ул Йәһүәгә бөтә йөрәктән таянырға кәрәк икәнен аңлаған

Алла Һүҙе тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңер өсөн кәрәкле көс бирә

119:33—40

Иремия пәйғәмбәр ауыр шарттарҙа ҡыйыу булған һәм Йәһүәгә тулыһынса таянған. Ул, ябай тормош алып барып, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән

Алла Һүҙенә нигеҙләнгән теүәл белемдәр беҙгә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә ярҙам итә

119:41—48

Илсе Павел Алланың хәбәрен ҡурҡмайынса бөтә кешеләргә һөйләгән. Идарасы Феликсҡа вәғәзләгәндә, Павел Йәһүәнең ярҙамына тулыһынса ышанған

Ниндәй осраҡтарҙа мин ҡыйыуыраҡ вәғәзләй алыр инем?

  • Мәктәптә

  • Эштә

  • Ғаиләлә

  • Башҡа осраҡтарҙа