Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Дуҫтарса һөйләшеүҙән башлаһаҡ, һуңыраҡ яҡшы шаһитлыҡ бирер өсөн мөмкинлек буласаҡ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Дуҫтарса һөйләшеүҙән башлаһаҡ, һуңыраҡ яҡшы шаһитлыҡ бирер өсөн мөмкинлек буласаҡ

Ғайса Самария ҡатынына нимә ярҙамында яҡшы шаһитлыҡ бирә алған? Ул һөйләшеүҙе йыраҡтан башлаған. Беҙ таныш булмаған кешеләр менән нисек дуҫтарса аралаша алабыҙ?

  • Үҙеңде дуҫтарса тот һәм кеше менән һөйләшеү башларға оялма. Арығанға ҡарамаҫтан, Ғайса Самария ҡатыны менән һөйләшеүҙе ябай үтенестән башлаған: ул унан һыу һораған. Һин дә, йылмайып, кеше менән, мәҫәлән, һауа торошо йә берәй ваҡиға тураһында һөйләшеүҙе башлай алаһың. Иҫеңдә тот, маҡсатың — кеше менән әңгәмә ҡороу, шуға күрә һинеңсә кешегә ҡыҙыҡ булған теманан башла. Әгәр ҙә ул һөйләшеп бармай икән, ҡурҡыныс түгел. Башҡа кеше менән һөйләшеп ҡара. Ҡыйыулыҡ һорап, Йәһүәгә доға ҡыл (Нҡ 2:4; Ғм 4:29).

  • Әңгәмә башланғас, һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашырға мөмкинлек эҙлә, ләкин ашыҡма. Һөйләшеү еңел барһын. Теманы кинәт үҙгәртһәң, кеше үҙен уңайһыҙ тойорға йә һөйләшеүҙе өҙөргә мөмкин. Кешегә шаһитлыҡ бирергә өлгөрмәһәң, бойоҡма. Һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашырға ҡурҡһаң, тәүҙә кешеләр менән вәғәзләү маҡсатын ҡуймайынса һөйләшергә өйрән. [1-се видеояҙманы күрһәт һәм фекер алыш.]

  • Әңгәмәне рухи яҡҡа үҙең йүнәлтеп ҡара. Мәҫәлән, кеше ҡыҙыҡһынып китһен өсөн, һинең иманыңды нығытҡан Изге Яҙмалағы фекер менән уртаҡлаш. Ғайсаның әйткәне Самария ҡатынын ҡыҙыҡһындырған, һәм ул үҙе һорауҙар бирә башлаған. Һөҙөмтәлә Ғайса, ҡатындың һорауҙарына яуап биреп, һөйөнөслө хәбәр менән бүлешкән. [Тәүҙә 2-се видеояҙманы күрһәт һәм фекер алыш, шунан 3-сө видеояҙманы күрһәт һәм фекер алыш.]