Бер ваҡыт Ғайса шәкерттәренә бер миҫал килтергән. Улар уны аңламаған, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн был хатта абыныу ташы булған, һәм улар бүтән Ғайса артынан эйәрмәгән. Ә бит бер көн элек кенә Ғайса, мөғжизә ҡылып һәм уларҙы ашатып, үҙенә Алла тарафынан көс бирелгәнен күрһәткән! Ни өсөн һуң улар шул тиклем тиҙ иманын юғалтҡан? Күрәһең, был кешеләрҙе Ғайсаны тыңларға эгоистик ынтылыштар — унан берәй нәмә алырға ғына теләк этәргән.
Үҙебеҙҙән һорарға була: «Ни өсөн мин Ғайса артынан эйәрәм? Минең тормош рәүешем хәҙерге йә киләсәктәге фатихалар менән бәйле булғанға күрә генәме? Йәки мин быны Йәһүәне яратҡанға һәм уны шатландырырға теләгәнгә күрә эшләйемме?»
Ни өсөн Йәһүәгә тәү сиратта ошо ниәттәрҙән сығып хеҙмәт итһәк, иманыбыҙ һәләк булырға мөмкин?
-
Беҙгә Алла халҡы араһында булырға оҡшай.
-
Беҙ ожмахта йәшәргә теләйбеҙ.