Инеш һүҙҙәр
«ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?» тигән брошюра
Һора: Ҡайһы бер кешеләр, Изге Яҙма иҫкергән китап, тип уйлай, башҡалар иһә ундағы кәңәштәрҙең файҙалы булыуына ышана. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
Уҡы: 2Тм 3:16, 17
Тәҡдим ит: Ошо брошюрала Изге Яҙмалағы аҡыллы һәм ғәмәли кәңәштәргә иғтибар ителә. Шулай уҡ унда, Изге Яҙманы уҡыу һеҙгә күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк икәне ҡарап сығыла.
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТӘГЕҘ
Һора: Һеҙҙеңсә, ғаилә бәхете нимәнән тора?
Уҡы: Еф 5:33
Хәҡиҡәт: Ғаиләнең нигеҙендә хөрмәт һәм яратыу ятһа, ул бәхетле буласаҡ.
«ЙӘШТӘРҘЕҢ 10 ҺОРАУЫНА ЯУАПТАР» (ypq)
Һора: Һеҙҙеңсә, нимәгә ышаныу аҡыллыраҡ: тормоштоң үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүенәме йә Алла тарафынан барлыҡҡа килтерелеүенәме?
Тәҡдим ит: Ошо брошюраның 9-сы бүлегендә күптәргә Барлыҡҡа килтереүсенең барлығына ышанырға ярҙам иткән фекерҙәр ҡарала. Әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, киләһе тапҡыр брошюраның 10-сы бүлегендәге «Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала?» тигән һорауҙы ҡарап сығырбыҙ.
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.