Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Балаңа Барлыҡҡа килтереүсегә ҡаҡшамаҫ иман үҫтерергә ярҙам ит

Балаңа Барлыҡҡа килтереүсегә ҡаҡшамаҫ иман үҫтерергә ярҙам ит

Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр Йәһүәнең данын иғлан итә (Зәб 19:1—4; 139:14). Әммә Шайтандың донъяһы тормоштоң барлыҡҡа килеүенә ҡағылышлы Алланы хурлаған теорияларҙы тағырға тырыша (Рм 1:18—25). Үҙ балаңдың зиһенендә һәм йөрәгендә ундай фекерҙәрҙең тамырланыуына нисек юл ҡуймаҫҡа? Балаларыңа бала саҡтан уҡ Йәһүәнең реаль шәхес булыуына һәм уның улар хаҡында ҡайғыртып тороуына иман үҫтерергә ярҙам ит (2Кр 10:4, 5; Еф 6:16). Балаңдың мәктәптә өйрәтелгәндәргә ҡарата мөнәсәбәтен аңларға тырыш. Йөрәгенә үтеп инерлек итеп өйрәтер өсөн, төрлө ҡоралдар ҡуллан (Ғһ 20:5; Яҡ 1:19).

БАЛАҢ МЕНӘН «ЙӘШТӘШТӘРЕҢ ҺӨЙЛӘЙ. АЛЛАҒА ЫШАНЫУ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАР БУЙЫНСА ФЕКЕР АЛЫШ:

  • Аллаға ышаныу тураһында әйткәндә, ниндәй дөрөҫ булмаған ҡараштар таралған?

  • Мәктәптә нимәгә өйрәтәләр?

  • Йәһүәнең барлығына һине нимә инандыра?

  • Һин берәй кешегә барыһын да Алла барлыҡҡа килтергән тигән һығымтаға килергә нисек ярҙам итә алаһың?