Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘӘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ИШАҒЫЯ 52—57

Мәсих беҙҙең хаҡҡа ғазап сиккән

Мәсих беҙҙең хаҡҡа ғазап сиккән

«Кешеләр [уға] ерәнеп ҡараны һәм унан ситләште... Ә беҙ, уны Алла зарарланы, ғазапланы һәм интектерҙе, тип уйланыҡ»

53:3—5

  • Ғайсаға ерәнеп ҡарағандар һәм уны көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгәндәр. Ҡайһы берәүҙәр, Алла уны, ҡурҡыныс ауырыу менән зарарлағандай, язалай, тип уйлаған

«Уны иҙеү Йәһүәнең ихтыярында ине... Һәм уның аша Йәһүәнең ихтыяры үтәлер»

53:10

  • Улының үлтереүен күргәндә, Йәһүә, һис шикһеҙ, ғазап сиккән. Әммә Ғайсаның тоғро ҡалыуы уны бик шатландырған. Ғайсаның үлеме Шайтандың Алла хеҙмәтселәренең тоғролоғо менән бәйле бәхәсле һорауына яуап биргән һәм тәүбә иткән кешеләргә өмөт биргән. Ғайсаның үлеме ярҙамында «Йәһүәнең ихтыяры» үтәлгән