Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘӘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ИШАҒЫЯ 58—62

«Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы хаҡында» иғлан итегеҙ

«Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы хаҡында» иғлан итегеҙ

«Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы» тура мәғәнәләге йыл түгел

61:1, 2

  • Был — Йәһүә баҫалҡы кешеләргә азатлыҡ тураһындағы хәбәрҙе ҡабул итергә мөмкинлек биргән билдәле бер осор

  • Беренсе быуатта «Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы» Ғайса 29 йылда ерҙәге хеҙмәтенә керешкәндә башланған һәм Йәһүәнең «үс алыу көнө» еткәнгә хәтлем, йәғни 70 йылда Иерусалим емерелгәнгә тиклем дауам иткән

  • Беҙҙең көндәрҙә «Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы» Ғайсаның 1914 йылда батша тәхетенә ултырыуы менән башланған һәм «ҙур афәт» килеү менән тамамланасаҡ

Йәһүә үҙ халҡына «тәҡүәлек ағастары» бирә

61:3, 4

  • Был шиғырҙа ҡулланылған «ағас» тигән еврей һүҙе «ҙур һәм көслө ағас» тигәнде аңлата

  • Донъялағы иң бейек ағастар, ғәҙәттә, урманда үҫә, сөнки унда улар бер-береһе өсөн «нығытма» булып тора

  • Ағастарҙың көслө тамырҙары бер-береһенә уралып үҫә, бының ярҙамында ағастар ныҡ булып ҡала һәм көслө дауылдарға бирешмәй

  • Бейек ағастар йәш үҫентеләр өсөн күләгә булып тора, ә шул ағастарҙан төшкән япраҡтар тупраҡты уңдырышлы итә

Бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙең һәр ағзаһы «тәҡүәлек ағастарында» — майланғандарҙың ерҙә ҡалған өлөшөндә нығытыу һәм яҡлау таба