Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Ресурстарҙы хеҙмәттә аҡыллы итеп ҡуллан

Ресурстарҙы хеҙмәттә аҡыллы итеп ҡуллан

Ғайса: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тип өйрәткән (Мт 10:8). Ғайсаның һүҙҙәре буйынса эш итеп, беҙ Изге Яҙма китабы өсөн һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт өсөн аҡса алмайбыҙ (2Кр 2:17). Әммә әҙәбиәтебеҙҙә Алла Һүҙендәге ҡиммәтле хәҡиҡәттәр яҙылғанын иҫтә тоторға кәрәк. Аудио-, видео- һәм башҡа материалдарҙы әҙерләү күп көс һәм аҡса талап итә.

Берәйһенә әҙәбиәтте электрон форматта бирергәме, юҡмы икәнен хәл иткәндә, аҡыл менән эш итергә кәрәк (Мт 7:6). Кешенең ни тиклем ҡыҙыҡһынғанын аңлар өсөн, уның менән һөйләшергә тырыш. Рамкала килтерелгән һорауҙарҙың береһенә булһа ла «эйе» тип яуап бирә алыр инеңме? Кеше ҡыҙыҡһынамы, юҡмы икәнен билдәләй алмаһаң, ныҡышып, уға электрон яйланма аша берәй әҙәбиәт ебәрергә тырышырға кәрәкмәй. Әлбиттә, кеше беҙҙән брошюра йә башҡа берәй әҙәбиәт һораһа, беҙ уға шул әҙәбиәтте бик теләп ебәрербеҙ (Ғһ 3:27, 28).