ИШАҒЫЯ 63—66
АЛЛА ҺҮҘӘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Яңы күктәр һәм яңы ер ҙур шатлыҡ килтерәсәк
Йәһүәнең Ишағыя китабының 65-се бүлегендә яҙылған торғоҙолоу тураһындағы вәғәҙәһе шул тиклем ышаныслы, ул хатта шул вәғәҙәһе тураһында инде бойомға ашҡан нәмә хаҡында әйткән һымаҡ әйтә.
Йәһүә «яңы күктәр һәм яңы ер» барлыҡҡа килтерә. Унда «элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ»
65:17
«Яңы күктәр» нимә ул?
-
Алланың ерҙә ғәҙел нормаларын урынлаштырасаҡ яңы хөкүмәт
-
Ул 1914 йылда, Ғайса Алла Батшалығында тәхеткә ултырғас, эш итә башлаған
«Яңы ер» нимә ул?
-
Күктәге хөкүмәткә теләп буйһонған бөтә милләттәрҙән һәм расаларҙан булған, төрлө телдә һөйләшкән кешеләр
Ниндәй мәғәнәлә «элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ»?
-
Физик, эмоциональ һәм психик яҡтан ғазаптар килтергән иҫтәлектәр юҡҡа сығасаҡ
-
Аллаға тоғро булған кешеләр шатланып йәшәйәсәк. Йәшәгән һәр көнөбөҙ иҫтә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырасаҡ