Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Өмөтөгөҙгә шатланып йәшәгеҙ

Өмөтөгөҙгә шатланып йәшәгеҙ

Өмөттө якорь менән сағыштырып була (Ев 6:19). Тормош дауылдары менән осрашҡанда, ул беҙҙе рухи һәләкәттән яҡлай (1Тм 1:18, 19). Тормош дауылдары ул уңышһыҙлыҡтар, мал-мөлкәт юғалтыу, хроник ауырыуҙар, яҡыныбыҙҙы юғалтыу йәки сафлығыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алған башҡа ауырлыҡтар булырға мөмкин.

Иман һәм өмөт беҙгә вәғәҙә ителгән бүләкте асыҡ күрергә ярҙам итә (2Кр 4:16—18; Ев 11:13, 26, 27). Шуға күрә, өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәме — беҙгә Алла Һүҙендә яҙылған вәғәҙәләр тураһында даими уйланып уны нығытып торорға кәрәк. Шул саҡта һынауҙар ваҡытында беҙ шатлығыбыҙҙы юғалтмаҫбыҙ (1Пт 1:6, 7).

«ӨМӨТӨГӨҘГӘ ШАТЛАНЫП ЙӘШӘГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАП, ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:

  • Ни өсөн Муса беҙҙең өсөн яҡшы өлгө булып тора?

  • Һәр ғаилә башлығының өҫтөндә ниндәй яуаплылыҡ ята?

  • Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында ниндәй темаларҙы ҡарап сығырға була?

  • Өмөт нисек һиңә һынауҙар ваҡытында бирешмәҫкә ярҙам итер?

  • Һин нимәне түҙемһеҙлек менән көтәһең?