Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Атайыңды һәм әсәйеңде хөрмәт ит

Атайыңды һәм әсәйеңде хөрмәт ит

Ерҙә хеҙмәт иткәндә, Ғайса «Атайыңды һәм әсәйеңде хөрмәт ит» тигән әмерҙе үтәү ни ҡәҙәр мөһим икәненә баҫым яһаған (Сғ 20:12; Мт 15:4). Ғайса быға һөйләү ирке менән өйрәткән, сөнки ул үҙе бала саҡта ата-әсәһен тыңлаған (Лк 2:51). Ә үлтерелер алдынан ул үҙенең әсәһе хаҡында шәкерттәренең береһенә ҡайғыртырға ҡушҡан (Ях 19:26, 27).

Беҙҙең көндәрҙә йәш мәсихселәр атай-әсәйҙәрен тыңлап һәм улар менән ихтирамлы һөйләшеп, уларҙы хөрмәт итеүен күрһәтә ала. Әммә атайыңды һәм әсәйеңде хөрмәт ит тигән әмер йәштәргә генә ҡағылмай. Атай һәм әсәйебеҙ оло йәштә булһа ла, беҙгә уларҙы элеккесә хөрмәт итергә һәм кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк (Ғһ 23:22). Шулай уҡ кәрәк саҡта беҙ уларҙың эмоциональ һәм матди ихтыяждары хаҡында ла ҡайғыртабыҙ (1Тм 5:8). Нисә йәштә булһаҡ та, атай-әсәйҙе хөрмәт итеп, улар менән даими аралашып тороу кәрәк.

«АТАЙ-ӘСӘЙ МЕНӘН НИСЕК АРАЛАШЫРҒА?» ТИГӘН ҠӘЛӘМ МЕНӘН ТӨШӨРӨЛГӘН ЙӘНҺҮРӘТТЕ ҠАРАП, ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:

  • Ни өсөн атай-әсәй менән аралашыу еңел булмаҫҡа мөмкин?

  • Атай-әсәй менән һөйләшкәндә, нисек итәғәтле булырға?

  • Атай-әсәй менән һөйләшеү еңел булмаһа ла, ни өсөн уртаҡ тел табырға тырышырға кәрәк? (Ғһ 15:22).

    Атай-әсәй менән эскерһеҙ аралашыу һиңә уңышлы булырға ярҙам итер