Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 14, 15

Ғайса бер нисә кеше аша күптәрҙе туҡландыра

Ғайса бер нисә кеше аша күптәрҙе туҡландыра

Б. э. 32 йылында үткәрелгән Ҡотҡарылыу байрамынан аҙ ғына алда Ғайса бер мөғжизә ҡылған. Шул мөғжизә хаҡында ғына Һөйөнөслө хәбәрҙәрҙең дүртеһендә лә бәйән ителә.

Был мөғжизәне ҡылып, Ғайса киләсәктә үҙ шәкерттәрен нисек туҡландырасағын күрһәткән.

14:16—21

  • Шәкерттәренең биш икмәге һәм ике балығы ғына булһа ла, Ғайса уларға бик күп кешене ашатырға ҡушҡан.

  • Ғайса икмәк һәм балыҡ алған да, доға ҡылған. Шунан һуң ул икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә биргән, ә улар халыҡҡа өләшкән.

  • Аҙыҡ бөтәһенә лә еткән, хатта артып та ҡалған. Ғайса меңләгән кешене бер нисә кеше аша — үҙ шәкерттәре аша туҡландырған.

  • Ғайса, һуңғы көндәрҙә айырым бер канал аша «ризыҡты үҙ ваҡытында» өләшермен, тип пәйғәмбәрлек иткән (Мт 24:45).

  • Ғайса 1919 йылда, үҙенең өйҙәге хеҙмәтселәрен туҡландырыр өсөн, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе[не]» (майланған мәсихселәрҙең бәләкәй генә төркөмөн) билдәләгән.

  • Майланған мәсихселәрҙең был бәләкәй генә төркөмөн ҡулланып, Ғайса беренсе быуатта эшләгәнен башҡара: бер нисә кеше аша күптәрҙе туҡландыра.

Үҙ халҡын туҡландырыр өсөн Ғайса билдәләгән төркөмгә ышаныуымды һәм уны хөрмәт итеүемде мин нисек күрһәтә алам?