МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Һорауҙарҙы уңышлы ҡулланабыҙ
БЫЛ НИ ӨСӨН МӨҺИМ? «Кеше күңелендәге уй-ниәттәр — тәрән һыуҙар ул», ә һорауҙар «уларҙы һоҫоп ал[ырға]» ярҙам итә (Ғһ 20:5). Һорауҙар кеше менән әңгәмә ҡорорға ярҙам итә. Уйлап бирелгән һорауҙар кешенең фекер йөрөтөүен һәм күңел түрендәге уйҙарын асыҡларға мөмкинлек бирә. Ғайса һорауҙарҙы оҫта ҡулланған. Беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:
-
Кешенең ҡарашына ҡағылышлы һорауҙар бир. Ғайса, шәкерттәренең фекерен белер өсөн, бер нисә һорау биргән (Мт 16:13—16; «Һорауҙарҙы оҫта ҡулланыу» тигән күнекмәне файҙалан). Хеҙмәттә кешенең ҡарашына ҡағылышлы ниндәй һорауҙар бирә алыр инең?
-
Уйланырға ярҙам итерҙәй һорауҙар бир. Петрға, дөрөҫ һығымтаға килергә ярҙам итер өсөн, Ғайса һорау биргән һәм яуаптың бер нисә вариантын тәҡдим иткән (Мт 17:24—26). Хеҙмәттә, кешегә дөрөҫ һығымтаға килергә ярҙам итер өсөн, ниндәй һорауҙар бирә алыр инең?
-
Әңгәмәсеңде маҡта. Бер ҡанун белгесе аҡыллы яуап биргәс, Ғайса уны маҡтаған (Мк 12:34). Ә һин башҡаларҙы нисек маҡтай алыр инең?
«ҒАЙСА ЭШЛӘГӘН ЭШТЕ БАШҠАРЫҒЫҘ. ӨЙРӘТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫҢ БЕРЕНСЕ ӨЛӨШӨН ҠАРАҒАНДАН ҺУҢ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ағай-ҡәрҙәш материалды теүәл тапшырған булһа ла, ни өсөн был өйрәтеү насар өлгө булып тора?
-
Ни өсөн беҙ белем тапшырыу менән генә сикләнмәҫкә тейеш?
«ҒАЙСА ЭШЛӘГӘН ЭШТЕ БАШҠАРЫҒЫҘ. ӨЙРӘТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫҢ ИКЕНСЕ ӨЛӨШӨН ҠАРАҒАНДАН ҺУҢ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ни өсөн ағай-ҡәрҙәш һорауҙарҙы уңышлы ҡулланған тип әйтеп була?
-
Һин видеояҙмала күрһәтелгән башҡа өйрәтеү алымдарының ниндәйен ҡулланырға теләр инең?