Абынма һәм башҡалар өсөн дә абыныу ташы булма
Миҫалдар ярҙамында Ғайса абыныуҙың һәм башҡалар өсөн кәртә булыуҙың ни тиклем ҡурҡыныс икәнен аңлатҡан.
-
Абыныу ташы — ул дөрөҫ булмаған юлға алып барған, абыныуға йә гонаһҡа килтергән шарттар йә ҡылыҡтар.
-
Абыныу ташы булып торған кешене, «муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар», уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
-
Ғайса, беҙҙең өсөн ҡәҙерле берәй нәмә, мәҫәлән, ҡул йә күҙ, абыныу ташы булып китһә, унан арыныу хәйерлерәк, тип әйткән.
-
Берәй ҡиммәтле нәмәнән яҙып, Алла Батшалығына инеү, уны һаҡлап, йәһәннәмгә китеүгә, йәғни мәңгегә юҡ ителеүгә ҡарағанда, яҡшыраҡ.
Тормошомда нимә абыныу ташына әүерелергә мөмкин? Үҙем абынмаҫ өсөн һәм башҡаларға кәртә булмаҫ өсөн мин нимә эшләй алам?