Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 12, 13

Бойҙай һәм ҡый үләне хаҡында ҡисса

Бойҙай һәм ҡый үләне хаҡында ҡисса

Бөтә «бойҙайҙы» — майланған мәсихселәрҙе — нисек һәм ҡасан йыясағын аңлатыр өсөн, Ғайса бойҙай һәм ҡый үләне хаҡында ҡисса һөйләгән (майланыу б. э. 33 йылында башланған).

13:24

«Үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кеше»

  • Сәсеүсе: Ғайса Мәсих.

  • Яҡшы орлоҡ сәсеү: Ғайсаның шәкерттәрен изге рух менән майлау.

  • Баҫыу: донъя, йәғни кешелек.

13:25

«Барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән»

  • Дошман: Иблис.

  • Барыһы ла йоҡлаған: илселәрҙең үлеүе.

13:30

«Ураҡҡа тиклем бергә үҫһен»

  • Бойҙай: майланған мәсихселәр.

  • Ҡый үләне: ялған мәсихселәр.

«Иң элек ҡый үләнен йыйы[ғыҙ]... ә бойҙайҙы минең келәтемә илтеп һалығыҙ»

  • Хеҙмәтселәр/ураҡсылар: фәрештәләр.

  • Ҡый үләнен йыйыу: ялған мәсихселәрҙе майланған мәсихселәрҙән айырыу.

  • Бойҙайҙы келәткә йыйыу: майланған мәсихселәрҙе торғоҙолған йыйылышҡа йыйыу.

Ураҡ башланғанда, ысын мәсихселәр ялғандарҙан нимә менән айырылып торған?

Был ҡиссаның мәғәнәһен аңлау миңә ниндәй файҙа килтерә?