РИМДАРҒА 4—6
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен иҫбат итә
5:8, 18, 21
Йолом Йәһүә исемен һәм уның хакимлығын яҡлау кеүек бик мөһим һорауҙарға бәйле. Йолом шулай уҡ беҙгә бөгөн үк Алла алдында тәҡүә булырға һәм бәхетле киләсәккә эйә булырға мөмкинлек бирә.
Йолом өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
-
Бағышланыуыбыҙ һәм һыуға сумдырылыуыбыҙ менән беҙ йоломға иман итеүебеҙҙе һәм Йәһүәнеке булырға теләүебеҙҙе күрһәтә алабыҙ.
-
Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, беҙ кешеләрҙе, Йәһүә уларҙы яратҡан кеүек, яратыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ (Мт 22:39; Ях 3:16).
Мин Йәһүәгә йолом өсөн рәхмәтле булыуымды тағы нисек күрһәтә алам?