МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Сыҙамлыҡ менән көтәйек
Һин Алла Батшалығының килеүен күпме инде көтәһең? Тормошоңда ауырлыҡтар күптер, шуға күрә һиңә сыҙамлыҡ күрһәтергә кәрәк (Рм 8:25). Мәсихселәрҙе нәфрәт итәләр, улар менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итәләр, ҡайһы саҡта төрмәгә ултырталар һәм ҡайһы берәүҙәргә хатта үлем янай. Күптәр хроник ауырыуҙарҙан йә оло йәш менән бәйле ауырлыҡтарҙан интегә.
Беҙгә һынауҙарға ҡарамаҫтан шатлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам итер? Изге Яҙманы көн дә уҡып һәм уҡығаныңдың мәғәнәһенә төшөнөп, иманды нығытырға кәрәк. Ҡарашыбыҙҙы өмөтөбөҙгә йүнәлтергә кәрәк (2Кр 4:16—18; Ев 12:2). Йәһүә менән доғала аралашырға һәм унан изге рух һорарға кәрәк (Лк 11:10, 13; Ев 5:7). Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ шатлыҡ менән «бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр» булып ҡалырға ярҙам итер (Кл 1:11).
«БЕҘ „СЫҘАМЛЫҠ МЕНӘН“ ЙҮГЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ. БҮЛӘК АЛАСАҒЫҢА ЫШАН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАҒЫҘ ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:
-
«Көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә» эләгеү тормошобоҙҙо нисек үҙгәртә ала? (Вғ 9:11).
-
Ауыр ваҡытта доға нисек ярҙам итә?
-
Ни өсөн, хеҙмәттә элеккегә ҡарағанда күп эшләй алмаһаҡ, хәлебеҙҙән килгән нәмәләргә иғтибарыбыҙҙы туплау мөһим?
-
Бүләк аласағыңа шикләнмәҫкә һиңә нимә ярҙам итер?