Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Уңышһыҙ өйрәнеүҙәрҙе туҡтатабыҙ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Уңышһыҙ өйрәнеүҙәрҙе туҡтатабыҙ

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Ҡотҡарылыр өсөн кеше Йәһүә исемен ялбарып саҡырырға тейеш (Рм 10:13, 14). Әммә Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡандарҙың ҡайһы берәүҙәре Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә теләмәй. Беҙ вәғәзгә сарыф ителгән ваҡытты ҡәҙерләргә һәм Йәһүәгә ҡарата яратыуҙан сығып үҙгәрергә әҙер булған кешеләргә ярҙам итергә теләйбеҙ. Өйрәнеүсе уңыштарға ирешерлек ваҡыт эсендә билдәле аҙымдар эшләмәһә, көсөбөҙҙө Йәһүәнең үҙ ойошмаһына йәлеп иткән кешеләренә ярҙам итер өсөн сарыф итеү аҡыллы булыр (Ях 6:44). Әлбиттә, киләсәктә беҙҙең менән ҡасандыр өйрәнгән кеше «хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер» булғанын күрһәтһә, беҙ уның менән өйрәнеүҙе яңынан башларбыҙ (Ғм 13:48).

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:

  • Өйрәнеүсене теүәл белем алырға теләүе өсөн маҡта (1Тм 2:4).

  • Изге Яҙманан алған белемдәрҙе тормошта ҡулланыу ни тиклем мөһим икәненә баҫым яһа (Лк 6:46—49).

  • Игелек күрһәтеп, өйрәнеүсе менән сәсеүсе тураһындағы ҡисса хаҡында фекер алыш һәм, һиңә, бәлки, рухи яҡтан үҫергә нимә ҡамасаулай, тип һора (Мт 13:18—23).

  • Ипле генә итеп ни өсөн уның менән өйрәнеүҙе туҡтатыуыңды аңлат.

  • Ваҡыт-ваҡыт һиңә шылтыратып торормон, һәм, үҙгәрештәр яһаһаң, өйрәнеүҙе теләгән бер ваҡытта башларға була, тип аңлат.

«УҢЫШһЫҘ ӨЙРӘНЕҮҘӘРҘЕ ТУҠТАТАБЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Рухи яҡтан үҫмәгән өйрәнеүсе менән һөйләшеүҙән һин нимәгә өйрәндең?

  • Ағай-ҡәрҙәш өйрәнеүсегә үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген нисек аңлатты?

  • Ағай-ҡәрҙәш өйрәнеүҙе теләгән бер ваҡытта яңынан башлап булыуын нисек аңлатты?