Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Алланың күҙгә күренмәгән сифаттарын күрәһеңме?

Алланың күҙгә күренмәгән сифаттарын күрәһеңме?

Сағыу сәскәгә, йондоҙло күккә һәм иҫ киткес шарлауыҡҡа ҡарағанда Барлыҡҡа килтереүсенең ҡулын күрәһеңме? Тәбиғәт донъяһы Алланың күҙгә күренмәгән сифаттарын асыҡ итеп күрһәтә (Рм 1:20). Тирә-яғыбыҙҙағы донъяның матурлығы менән һоҡланыр өсөн ваҡыт бүлһәк, Алланың көсөн, яратыуын, ғәҙеллеген һәм йомартлығын күрә алырбыҙ (Зәб 104:24).

Һин көн һайын Йәһүәнең ниндәй ижади эштәрен күрәһең? Хатта ҡалала ла ҡоштарға һәм ағастарға ҡарап, һоҡланып була. Йәһүә барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙе күҙәтеү үҙ проблемаларыбыҙ тураһында сиктән тыш күп борсолмаҫҡа һәм иғтибарыбыҙҙы мөһимерәк нәмәләргә тупларға ярҙам итә. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең беҙҙең хаҡта мәңге ҡайғыртып торасағына иманыбыҙҙы нығыта алырбыҙ (Мт 6:25—32). Балаларың булһа, уларға Йәһүәнең ғәжәп сифаттарын күрергә ярҙам ит. Тәбиғәт менән һоҡланыр өсөн ваҡыт бүлгән һайын, Барлыҡҡа килтереүсебеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булып китәбеҙ (Зәб 8:3, 4).

«АЛЛАНЫҢ ИҪ КИТКЕС ИЖАДИ ЭШТӘРЕ УҒА ДАН КИЛТЕРӘ. ЯҠТЫЛЫҠ ҺӘМ ТӨҪ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Беҙ төрлө төҫтәрҙе нимә ярҙамында күрәбеҙ?

  • Төрлө төҫкә инә торған төҫтәр нисек барлыҡҡа килә?

  • Ни өсөн күк йөҙө төрлө төҫтәргә инә?

  • Үҙең йәшәгән ерҙә тәбиғәт донъяһындағы төҫтәрҙең бер-береһенә иҫ киткес тура килгәнен күрһәткән миҫалдар килтер.

  • Ни өсөн тирә-яғыбыҙҙағы донъяның матурлығы менән һоҡланыр өсөн, ваҡыт бүлергә кәрәк?

Яҡтылыҡ һәм төҫ донъяһы Йәһүәнең сифаттары тураһында нимә аса?