МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайла
Әгәр һин һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булһаң йә Изге Яҙманы өйрәнһәң, һыуға сумдырылырға маҡсатың бармы? Ни өсөн һин һыуға сумдырылырға теләйһең? Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу Йәһүә менән дуҫлыҡҡа юл аса (Зәб 91:1). Улар шулай уҡ ҡотолоуға алып бара (1Пт 3:21). Был аҙымдарға әҙер булыр өсөн, нимә эшләргә?
Үҙеңде хаҡ юлдан бараһың икәненә инандыр. Һорауҙарың тыуғанда, өҫтәмә тикшеренеү үткәр (Рм 12:2). Тормошоңда ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәген билдәлә, быны эшләргә һине Йәһүәгә яраҡлы булыу теләге этәрһен (Ғһ 27:11; Еф 4:23, 24). Һәр ваҡыт, ярҙам һорап, уға доға ҡыл. Шикләнмә, Йәһүә ҡеүәтле изге рухы менән һине нығытып торор һәм ярҙам итер (1Пт 5:10, 11). Һалған тырышлыҡтарың һис шикһеҙ бүләкләнер. Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы! (Зәб 16:11).
«ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУҒА АЛЫП БАРҒАН АҘЫМДАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ҡайһы берәүҙәр һыуға сумдырылыр алдынан ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?
-
Йәһүәгә бағышланырға этәргән иманды нисек үҫтереп була?
-
Ҡәрҙәштәрҙе һыуға сумдырылыр өсөн кәрәкле аҙымдар яһарға нимә этәргән?
-
Йәһүә үҙенә хеҙмәт итергә ҡарар иткән кешеләрҙе нисек фатихалай?
-
Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?