Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Никахыңды һаҡла

Никахыңды һаҡла

Йәһүә никах антына бик етди ҡарай, ул ир менән ҡатынға бер-береһенә тоғро булырға ҡушҡан (Мт 19:5, 6). Алла халҡы араһында күп бәхетле парҙар бар. Ләкин бер ғаилә лә камил түгел, һәр никахта ауырлыҡтар тыуып тора. Ғаиләлә ауырлыҡтар тыуғанда, айырылышыу — ул берҙән-бер сығыу юлы, тигән киң таралған ҡараштан һаҡланырға кәрәк. Никахта булған парҙар нисек үҙ ғаиләһен һаҡлай ала?

Биш мөһим аҙымды ҡарап сығайыҡ.

  1. Йөрәгеңде һаҡла. Бының өсөн никахыңа зыян килтерерҙәй һәр нәмәне, мәҫәлән, флирт һәм әхлаҡһыҙ күңел асыуҙарҙы кире ҡаҡ (Мт 5:28; 2Пт 2:14).

  2. Алла менән дуҫлығыңды нығыт һәм, никахың уға яраҡлы булһын өсөн, бар көсөңдө һал (Зәб 97:10).

  3. Яңы шәхескә хас булған сифаттар үҫтереүеңде дауам ит һәм, бәләкәй генә булһа ла игелекле эштәр ҡылып, тормош иптәшеңде шатландыр (Кл 3:8—10, 12—14).

  4. Аралашыуың ихтирамлы һәм эстәлекле булһын (Кл 4:6).

  5. Тормош иптәшеңә ҡарата бурысыңды наҙлы итеп һәм мөхәббәт менән үтә (1Кр 7:3, 4; 10:24).

Мәсихселәр, никах ҡоролошон хөрмәт итеп, был ҡоролошто барлыҡҡа килтергән шәхесте — Йәһүәне лә хөрмәт итә.

«БЕҘ „СЫҘАМЛЫҠ МЕНӘН“ ЙҮГЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ. ҠАҒИҘӘЛӘРҘЕ БОҘМАҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАП, ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ғаилә тормошо матур башланып китһә лә, ниндәй ауырлыҡтар тыуырға мөмкин?

  • Никахта мөхәббәт һүрелгән кеүек тойолһа, Изге Яҙмалағы принциптар нисек ярҙам итә ала?

  • Никахың бәхетле булһын өсөн, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡуллан

    Йәһүә никахҡа ҡағылышлы ниндәй ҡағиҙәләр урынлаштырған?

  • Ғаилә бәхетле булһын өсөн, ир менән ҡатын нимә эшләргә тейеш?