Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йыл һайын үткәрелә торған конгрестар — мөхәббәт күрһәтеү мөмкинлеге

Йыл һайын үткәрелә торған конгрестар — мөхәббәт күрһәтеү мөмкинлеге

Ни өсөн конгрестарыбыҙ беҙҙе шул тиклем шатландыра? Боронғо Израилдәге кеүек, хәҙерге конгрестар беҙгә йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә Йәһүәгә табынырға мөмкинлектәр бирә. Бай рухи аҙыҡ менән туҡланыу беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә. Шулай уҡ дуҫтарыбыҙ һәм ғаиләбеҙ менән бергә ваҡыт үткәреүебеҙҙе беҙ бик ҡәҙерләйбеҙ. Ысын күңелдән рәхмәтле булыуыбыҙ беҙҙе конгрестың бөтә көндәрендә лә булырға дәртләндерә.

Бергә йыйылған саҡтарҙа беҙгә үҙебеҙ тураһында ғына түгел, ә башҡаларға нисек мөхәббәт күрһәтеп булғаны тураһында ла уйларға кәрәк (Гл 6:10; Ев 10:24, 25). Ингән саҡта ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ишекте тотоп тороп йә үҙебеҙгә кәрәкле урындарҙы ғына алып, беҙ башҡалар хаҡында ҡайғыртҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Фп 2:3, 4). Конгрестар беҙгә яңы дуҫтар табырға ярҙам итә. Программа алдынан йә унан һуң, шулай уҡ төшкө аш ваҡытында берәйһе менән танышып була (2Кр 6:13). Унда танышҡан ҡәрҙәштәр менән беҙ мәңгелеккә дуҫлаша алабыҙ. Ә иң мөһиме, Йәһүә шаһиты булмаған кешеләр, арабыҙҙағы ысын яратыуҙы күреп, Йәһүәне белергә һәм уға хеҙмәт итергә теләр (Ях 13:35).

«„МӨХӘББӘТ БЕР ВАҠЫТТА ЛА ҺҮРЕЛМӘҪ“ ТИГӘН ХАЛЫҠ-АРА КОНГРЕСТАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • 2019 йылғы халыҡ-ара конгрестарға килгән ҡәрҙәштәргә нисек мөхәббәт күрһәтелгән булған?

  • Ни өсөн Йәһүә халҡы араһындағы берҙәмлек һәм яратыу таң ҡалдыра?

  • Етәксе кәңәшмә ағзалары мөхәббәттең ниндәй яҡтарына иғтибар иткән?

  • Конгрестарыбыҙҙа мөхәббәт хөкөм һөрһөн өсөн, беҙ үҙ өлөшөбөҙҙө нисек индерә алабыҙ?

    Мөхәббәт Германиялағы һәм Көньяҡ Кореялағы ҡәрҙәштәрҙе нисек берләштергән?

  • Беҙ нимә эшләргә әҙер булырға тейеш?