АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Нәҙирҙәр беҙҙең өсөн ҡайһы яҡтан өлгө булып тора?
Нәҙирҙәр фиҙаҡәр тормош алып барған (Һн 6:2—4; it-U «Назорей», 2—5 абз.).
Нәҙирҙәр өсөн Йәһүәнең ихтыярын үтәү тормоштарында иң мөһиме булған (Һн 6:5).
Нәҙирҙәр Йәһүә алдында таҙа, саф булып ҡалырға тейеш булған (Һн 6:6, 7).
Бөгөн тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр шундай уҡ рух сағылдыра: улар фиҙаҡәр тормош алып бара, Йәһүәгә һәм уның күрһәтмәләренә буйһона.