Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Киләсәктәге азатлыҡ өсөн Аллаға һәм Мәсихкә рәхмәтле бул

Киләсәктәге азатлыҡ өсөн Аллаға һәм Мәсихкә рәхмәтле бул

Һин көн һайын көрәшкән ауырлыҡтар ниндәй? Ғаилә башлығы булһаң, һинең бик күп вазифаларың барҙыр. Бер үҙең генә бала үҫтерһәң, һиңә, бәлки, осон осҡа ялғап йәшәргә тура киләлер. Мәктәптә уҡыһаң, йәштәштәреңдән мыҫҡыллау һүҙҙәре ишетеп тораһыңдыр. Ә бәлки, һин инде оло йәштә һәм һаулығың насар. Һәр кеше ауырлыҡҡа дусар була ала. Күп ҡәрҙәштәргә төрлө ауырлыҡтарҙы бер үк ваҡытта кисерергә тура килә. Ләкин беҙ шуны беләбеҙ: тиҙҙән Йәһүә беҙҙе бар ауырлыҡтарҙан азат итәсәк (2Кр 4:16—18).

Йәһүә беҙҙең көрәш алып барғаныбыҙҙы аңлай. Ул тоғролоғобоҙҙо һәм сыҙам булыуыбыҙҙы бик ҡәҙерләй, шуға ла беҙҙең өсөн мул фатихалар әҙерләгән. Быны белеү беҙҙе бик йыуата (Ир 29:11, 12). Ғайса ла һәр беребеҙ менән ҡыҙыҡһына. Беҙ мәсихсегә ҡағылған вазифаларыбыҙҙы үтәгәндә, уның, «мин һеҙҙең менән булам», тигән һүҙҙәре беҙгә көс бирә (Мт 28:20). Киләсәктәге Алла Батшалығындағы азатлыҡ тураһында туҡтап уйланғанда, беҙ өмөтөбөҙҙө нығытабыҙ һәм әлеге ауырлыҡтарҙы тәүәккәллек менән еңеп сығасағыбыҙға ышанабыҙ (Рм 8:19—21).

«ДАУЫЛ ЯҠЫНЛАШЫП КИЛГӘНДӘ, ҒАЙСАНЫ КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРМАЙЫҠ! БАТШАЛЫҠТЫҢ КИЛӘСӘК ФАТИХАЛАРЫ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Кешелек Алланан нисек йыраҡлашҡан һәм был нимәгә килтергән?

  • Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәрен ниндәй киләсәк көтә?

  • Был иҫ киткес киләсәк нимә ярҙамында мөмкин булыр?

  • Яңы донъялағы ниндәй фатихаларҙы һин зарығып көтәһең?

Үҙеңде яңы донъяла күҙ алдына килтер