Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ

Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ

Беҙ яҡшыны насар итеп, ә насарлыҡты яҡшы итеп күрһәткән донъяла йәшәйбеҙ (Иш 5:20). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр Йәһүә нәфрәт иткәнде эшләй. Мәҫәлән, бер енестәге кешеләр бер-береһе менән романтик мөнәсәбәттәр булдыра. Балала мәктәптәге йәштәштәренә йә берәй күренекле кешегә оҡшай башлау теләге тыуырға мөмкин. Был һынауҙарҙы йырып сыға алһын өсөн, уны нисек әҙерләргә?

Балағыҙҙы Йәһүә нормаларына өйрәтегеҙ (Лв 18:3). Йәшенә ҡарап, уға Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр хаҡында нимә яҙылғанын һөйләгеҙ (Ҡн 6:7). Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин балама хистәрҙе нисек белдерергә ярай, ә нисек ярамай икәнен аңлаттыммы? Ул тыйнаҡ кейенеү ни өсөн мөһим икәнен аңлаймы? Балам шәхси тормошона (йыуыныу, кейем алмаштырыу кеүек өлкәләрҙә) хөрмәт күрһәтелергә тейешлеген беләме? Балама берәйһе порнография күрһәтергә маташһа йә Алла дөрөҫ тип һанамаған нәмәне эшләргә ҡушһа, ул нимә эшләргә кәрәк икәнен беләме?» Үҙ ваҡытында бирелгән белем уны күп бәләләрҙән яҡлар (Ғһ 27:12; Вғ 7:12). Иҫтә тотоғоҙ: балалар — «Йәһүәнән килгән мираҫ». Уларҙы өйрәтеп, һеҙ Йәһүә биргән ҡиммәтле бүләкте ҡәҙерләгәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ (Зәб 127:3).

«НЫҠЛЫ ЙОРТ ТӨҘӨГӨҘ. БАЛАҒЫҘҘЫ ЯУЫЗЛЫҠТАН ЯҠЛАҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр балаларына енси мөнәсәбәттәр тураһында һөйләргә ояла?

  • Ни өсөн атай-әсәйҙәр балаларын «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп» тәрбиәләргә тейеш? (Еф 6:4).

  • Белем көслө яҡлау бирә

    Атай-әсәйҙәр балаларына енси тәрбиә бирә алһын өсөн, Йәһүәнең ойошмаһы нисек ярҙам итә? (w19.05 12 б., рамка).

  • Ни өсөн, проблема килеп сыҡмаҫ борон уҡ, балалар менән асыҡ аралашырға кәрәк?