МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Йәһүәнең тоғро мөхәббәтендә шикләнмә
Йәһүә һине юғары баһалай (Иш 43:4). Ул һине үҙенә йәлеп иткән һәм үҙ ойошмаһының өлөшө булып китергә мөмкинлек асҡан. Һин уға үҙ тормошоңдо бағышлап һыуға сумдырылғанһың. Хәҙер һин — Йәһүәнең махсус милке, һәм ул һине хатта ауыр ваҡытта ла ҡалдырмаясаҡ. Ул, үҙ ойошмаһын ҡулланып, беҙгә тоғро мөхәббәтен күрһәтә (Зәб 25:10).
Ойошманың тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә нисек ярҙам иткәне тураһында уйланһаҡ, беҙ Йәһүәнең яратыуын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ.
«КООРДИНАТОРҘАР КОМИТЕТЫНЫҢ ОТЧЕТЫ (2019 ЙЫЛ)» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Координаторҙар комитеты филиалдарға тәбиғәт афәттәренә әҙерләнергә нисек ярҙам итә?
-
Индонезияла һәм Нигерияла тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итеү нисек ойошторолған булған?
-
Йәһүә ойошмаһының COVID-19 пандемияһына ҡағылышлы ниндәй саралары өсөн һин айырыуса рәхмәтле?