АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Шаул батша тәүҙә тыйнаҡ һәм баҫалҡы булған
Шаул тәүҙә тыйнаҡ булған һәм үҙен батша булырға лайыҡлы тип һанамаған (1См 9:21; 10:20—22; w20.08 10 б., 11 абз.).
Шаул үҙе тураһында насар итеп һөйләгән кешеләрҙән үс алмаған (1См 10:27; 11:12, 13; w14-TAT 15/3 9 б., 8 абз.).
Шаул изге рух етәкселегенә буйһоноп эш иткән (1См 11:5—7; w95-U 15/12 10 б., 1 абз.).
Баҫалҡылыҡ беҙгә һәләттәребеҙгә һәм хеҙмәттә асылған мөмкинлектәргә Йәһүәнең бүләгенә ҡараған кеүек ҡарарға ярҙам итер (Рм 12:3, 16; 1Кр 4:7). Шулай уҡ, баҫалҡы булһаҡ, беҙ һәр ваҡыт Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итербеҙ.