ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП
Өйрәнеүсеңә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә ярҙам ит
Йыйылыш осрашыуҙары — хаҡ ғибәҙәттең айырылғыһыҙ өлөшө (Зәб 22:22). Улар Йәһүәгә табыныр өсөн бергә йыйылғандарҙың барыһына ла шатлыҡ һәм фатиха килтерә (Зәб 65:4). Ғәҙәттә, осрашыуҙарға даими йөрөгән өйрәнеүселәр рухи яҡтан тиҙерәк үҫә.
Өйрәнеүселәрҙе быға нисек дәртләндерергә? Уңайы сыҡҡан һайын уларҙы осрашыуҙарға саҡыр. «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙманы күрһәт. Йыйылыштар уларға ниндәй файҙа килтерәсәген аңлат (lff 10-сы дәрес). Осрашыуҙа үҙең ишеткән берәй ҡыҙыҡлы фекер менән бүлешергә йә киләһе йыйылышта нимә ҡараласағына иғтибар итергә була. Өйрәнеүсеңә кәрәкле әҙәбиәт бир йә JW Library® ҡушымтаһында «Осрашыуҙар» тигән һалынманы күрһәт. Ғәмәли яҡтан ярҙам ит. Уны осрашыуға, бәлки, алып барырға кәрәктер. Өйрәнеүсең осрашыуға килгәс, бөтә тырышлыҡтарың фатихаланыр (1Кр 14:24, 25).
«ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘРГӘ ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫНА ЙӨРӨРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Нита Джейдты йыйылышҡа саҡырыр өсөн ниндәй мөмкинлектән файҙаланды?
-
Өйрәнеүсе осрашыуҙарға йөрөй башлағас, беҙ ни өсөн шатланабыҙ?
-
Джейд, тәү тапҡыр йыйылыш осрашыуына килгәс, нимә хис итте?