МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Йәштәр, атай-әсәйегеҙ менән асыҡ итеп аралашығыҙ
Ни өсөн атай-әсәйең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк? (Ғһ 23:26). Сөнки Йәһүә уларға һинең хаҡта ҡайғыртырға һәм һине тәрбиәләргә ҡушҡан (Зәб 127:3, 4). Әгәр ҙә атай-әсәйеңдән үҙ борсолоуҙарыңды һәм проблемаларыңды йәшерһәң, уларға һиңә ярҙам итеүе ауыр булыр. Өҫтәүенә, улар һинең менән тормош тәжрибәләре менән уртаҡлаша алмаҫ. Әммә был бөтә фекерҙәреңде лә һөйләп бирергә кәрәк тигәнде аңлатамы? Юҡ. Әммә атай-әсәйеңде алдарға һәм улар белергә тейеш мәғлүмәтте йәшерергә ярамай (Ғһ 3:32).
Атай-әсәйең менән нисек асыҡтан-асыҡ һөйләшергә? Улар өсөн дә, үҙең өсөн дә уңайлы ваҡыт һайла. Әгәр ҙә был ауыр булһа, уларҙың береһенә хат яҙырға була. Хатыңда хистәреңде аңлат. Ә атай-әсәйең һин һөйләшергә теләмәгән темаға фекер алышырға булһа? Уларҙың һиңә ярҙам итергә теләгәнен иҫеңдә тот. Уларға дошмандарыңа һымаҡ түгел, ә союздаштарыңа кеүек ҡара. Атай-әсәйең менән асыҡ итеп аралашыр өсөн һалған тырышлыҡтарың ғүмерең буйына — мәңге файҙа килтерәсәк! (Ғһ 4:10—12).
«ҮҪМЕРҘЕҢ ТОРМОШО. АТАЙ-ӘСӘЙЕҢ МЕНӘН НИСЕК УРТАҠ ТЕЛ ТАБЫРҒА?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Эстер һәм Партик нимә аңлаған?
-
Һин Ғайсанан нимәгә өйрәнә алаһың?
-
Атай-әсәйең һинең хаҡта нисек ҡайғырта?
-
Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар һиңә атай-әсәйең менән асыҡ итеп аралашырға ярҙам итер?