Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Изге Яҙмаға ҡарата ышанысыңды нығыт

Изге Яҙмаға ҡарата ышанысыңды нығыт

Изге Яҙма тормошобоҙҙо тулыһынса үҙгәртә ала (Ев 4:12). Әммә уның кәңәштәре һәм нәсихәттәре беҙгә файҙа килтерһен өсөн, беҙгә уның ысындан да «Алла һүҙе» булыуына инанырға кәрәк (1Фс 2:13). Изге Яҙмаға ышанысыбыҙҙы нисек нығытырға?

Изге Яҙманан көн дә берәй өҙөк уҡы. Уҡыған саҡта уның авторы Йәһүә икәненә дәлилдәр эҙлә. Мәҫәлән, Ғибрәтле һүҙҙәр китабын тикшер һәм ундағы зирәклектең бөгөн дә көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланырлыҡ икәненә иғтибар ит (Ғһ 13:20; 14:30).

Тәрән тикшеренеү үткәр. Изге Яҙманың Алла китабы булыуын раҫлаған дәлилдәрҙе тикшер. «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» ас та, «Изге Яҙма» тигән теманы табып, «Алла тарафынан рухландырылған» тигән өҫтәмә исем аҫтында килтерелгән материалды ҡарап сыҡ. Шулай уҡ «Яңы донъя тәржемәһенең» А3 ҡушымтаһында килтерелгән мәғлүмәт менән танышһаң, һин Изге Яҙманың беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәртелмәгән көйө һаҡланып ҡалғанына ышанысыңды нығытырһың.

«НИ ӨСӨН БЕҘ АЛЛА ҺҮҘЕНӘ ЫШАНАБЫҘ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Мысырҙа Карнаке тигән ҡалала урынлашҡан ғибәҙәтхананың стенаһындағы рельеф Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн нисек раҫлай?

  • Изге Яҙманың үҙгәртелмәгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

  • Изге Яҙманың беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалыуы уның Алла Һүҙе икәнен нисек раҫлай? (Ишағыя 40:8-ҙе уҡы).