Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүә беҙгә һынауҙар ваҡытында ярҙам итә

Йәһүә беҙгә һынауҙар ваҡытында ярҙам итә

Был һуңғы көндәрҙә беҙ барыбыҙ ҙа күп ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Ҡайһы ваҡыт улар күтәрә алмаҫлыҡ булып тойолорға мөмкин. Әммә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытһаҡ, ул беҙгә хатта ныҡ ауыр һынауҙарҙы ла йырып сығырға ярҙам итер (Иш 43:2, 4). Ауыр замандарҙа Йәһүә менән мөнәсәбәтебеҙҙе нисек нығытырға?

Доға. Йәһүәгә күңелебеҙҙе бушатҡанда, ул беҙгә йән тыныслығы һәм кәрәкле көс бирә (Фп 4:6, 7; 1Фс 5:17).

Осрашыуҙар. Тап хәҙер беҙ рухи ризыҡҡа һәм ҡәрҙәштәр менән аралашыуға бик мохтаж. Йәһүә быларҙың барыһын беҙгә йыйылыш осрашыуҙары аша бирә (Ев 10:24, 25). Беҙ осрашыуҙарға әҙерләнгәндә, унда килгәндә һәм уларҙа ҡатнашҡанда, Йәһүәнең изге рухы беҙгә тулыһынса тәьҫир итә (Ас 2:29).

Хеҙмәт. Бер нигә ҡарамай хеҙмәттә әүҙем рәүештә ҡатнашһаҡ, иғтибарыбыҙҙы ыңғай нәмәләргә туплауы еңелерәк була. Шулай уҡ беҙ Йәһүә менән дә, бергә вәғәзләгән ҡәрҙәштәр менән дә дуҫлығыбыҙҙы нығытабыҙ (1Кр 3:5—10).

«ЙӘҺҮӘ ҺИНЕ ҠАБУЛ ИТЕР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Малу ҡәрҙәшкә һынауҙар ваҡытында Йәһүәнән алыҫлашмаҫҡа нимә ярҙам иткән?

  • Зәбур 34:18-ҙәге һүҙҙәр Малу ҡәрҙәште йыуатҡан кеүек, беҙҙе лә һынауҙар ваҡытында нисек йыуата ала?

  • Малу ҡәрҙәштең осрағы Йәһүәнең беҙгә һынауҙар ваҡытында «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» биреүен нисек күрһәтә? (2Кр 4:7).