Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Иҫкә алыу кисәһе осорона маҡсаттар ҡуй

Иҫкә алыу кисәһе осорона маҡсаттар ҡуй

Йыл һайын Йәһүәнең хеҙмәтселәре Иҫкә алыу кисәһен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Кисә алдынан һәм унан һуң беҙҙең Йәһүәне маҡтарға һәм йолом өсөн рәхмәттәребеҙҙе белдерергә иҫ киткес мөмкинлегебеҙ бар (Еф 1:3, 7). Мәҫәлән, башҡаларҙы был байрамға саҡырыр өсөн, беҙ күп тырышлыҡ һалабыҙ. Март һәм апрель айҙарында 30 йәки 50 сәғәт нормаһы менән ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итер өсөн, ҡайһы бер ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр үҙҙәренең графиктарын үҙгәртә. Һин дә Иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа күберәк вәғәзләргә теләр инеңме? Әгәр теләһәң, был маҡсатҡа ирешергә һиңә нимә ярҙам итер?

Ғәҙәттә, алданыраҡ планлаштырһаҡ, беҙ күберәк уңышҡа өлгәшәбеҙ (Ғһ 21:5). Иҫкә алыу кисәһе тиҙ килеп етә, шуға күрә хәҙер үк планлаштыра башла. Хеҙмәтеңде нисек киңәйтергә теләгәнең тураһында ҡарар ит һәм маҡсаттарыңа ирешер өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында уйлан. Шунан Йәһүәнән тырышлыҡтарыңды фатихалауын һора (1Ях 5:14, 15).

Иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа хеҙмәтеңде киңәйтер өсөн нимә эшләй алаһың?