Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүә кеүек фекерләргә өйрән

Йәһүә кеүек фекерләргә өйрән

Беҙ үҙебеҙҙең бөтә эштәребеҙ менән Йәһүәне ҡыуандырырға теләйбеҙ (Ғһ 27:11). Бының өсөн, хатта беҙҙең осраҡҡа ҡағылышлы конкрет ҡанун йә әмер булмаһа ла, беҙгә Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен сағылдырған ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Беҙгә шулай эш итергә нимә ярҙам итер?

Изге Яҙманы даими рәүештә өйрәнеү. Изге Яҙманы уҡыған һайын, беҙ Йәһүә менән ваҡыт үткәрәбеҙ, тип әйтеп була. Беҙ Йәһүәнең үҙ халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәнен күрәбеҙ, уның ҡарашынан дөрөҫ йә насар эш иткән кешеләрҙең тормоштары тураһында уйланабыҙ. Быларҙың барыһы беҙгә Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше менән танышырға ярҙам итә. Берәй ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда, изге рух беҙгә Алла Һүҙенән белгән мөһим һабаҡтарҙы һәм принциптарҙы иҫебеҙгә төшөрөргә мөмкин (Ях 14:26).

Тәрән тикшеренеү үткәреү. Ҡарар ҡабул итер алдынан үҙеңдән һора: «Изге Яҙмалағы ниндәй аяттар һәм хикәйәләр Йәһүәнең ҡарашын белергә ярҙам итә ала?» Доғала унан ярҙам һора. Ойошмабыҙ биргән һәм үҙеңдең телеңдә булған тикшеренеү ҡоралдарын ҡуллан. Был ҡоралдар һиңә Изге Яҙмалағы кәрәкле принциптарҙы табырға һәм уларҙы дөрөҫ итеп ҡулланырға ярҙам итер (Зәб 25:4).

«БЕҘ „СЫҘАМЛЫҠ МЕНӘН“ ЙҮГЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ. ЯҠШЫ ИТЕП ТУҠЛАНЫҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Видеояҙмалағы йәш апай-ҡәрҙәш ниндәй баҫымға дусар булған?

  • Ошоға оҡшаш хәлгә эләкһәң, тикшеренеү өсөн ҡоралдар һиңә нисек ярҙам итә ала?

  • Изге Яҙманы өйрәнер өсөн һәм үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарҙы тикшерер өсөн ваҡыт бүлеү беҙгә нисек дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә? (Ев 5:13, 14).