Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15—21 ғинуар

ӘЙҮП 36, 37

15—21 ғинуар

147-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Беҙгә мәңгелек тормош вәғәҙә иткән Аллаға ни өсөн ышанып була?

(10 мин.)

Йәһүә — мәңгелек Алла (Әп 36:26; w15-TAT 1/10 13 б., 1, 2 абз.).

Ерҙә тормош дауам ителһен өсөн, ул барыһын да эшләй ала; бының өсөн уның көсө лә, зирәклеге лә етерлек (Әп 36:27, 28; w20.05 22 б., 6 абз.).

Ул беҙгә, кәрәкле белем биреп, мәңгелек тормошҡа эйә булырға ярҙам итә (Әп 36:4, 22; Ях 17:3).


Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа ныҡлы иман беҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә (Ев 6:19; w22.10 28 б., 16 абз.).

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Әп 37:20. Боронғо заманда берәй яңылыҡ йә мәғлүмәт ғәҙәттә нисек тапшырылған булған? (it-2-U 314 б., 6 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ЙӘМӘҒӘТ УРЫНДАРЫНДА ВӘҒӘЗЛӘҮ (lmd 3-сө дәрес, 3-сө пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(4 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ (lmd 2-се дәрес, 5-се пункт).

6. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ

(5 мин.) Телмәр. ijwfq-TAT 57 б., 5—15 абз. Тема: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары холокост ваҡытында эҙәрлекләүҙәргә дусар булған?» (th 18-се дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

49-сы йыр

7. Медицина ярҙамы кәрәк булған хәлдәргә әҙерһегеҙме?

(15 мин.). Фекер алышыу. Өлкән үткәрә.

Йәһүәнең ойошмаһы, беҙгә Алланың ҡан тураһындағы ҡанунын үтәргә ярҙам итер өсөн, кәрәк булғандың барыһын бирә (Ғм 15:28, 29). Һеҙ был ярҙамдан тулыһынса файҙаланаһығыҙмы?

«Ихтыяр белдереү һәм дауалау тураһында ышаныс ҡағыҙы» (dpa) һәм «Шәхес танытмаһы» (ic). Был документтарҙа кешенең, дауаланғанда, ҡан ҡулланыуға ҡағылышлы ихтыяры яҙылған. Һыуға сумдырылған вәғәзселәр «Ихтыяр белдереү» ҡағыҙын әҙәбиәт өсөн яуаплы ҡәрҙәштән һорай ала. Улар шулай уҡ балиғ булмаған балалары өсөн «Шәхес танытмаһы» тигән документты ла һорап ала ала. Был документтарҙы һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөргә кәрәк. Әгәр һеҙ был документты тултырмаған булһағыҙ йәки уны яңыртырға кәрәк булһа, зинһар, быны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләгеҙ.

«Ауырлы ҡатындар өсөн мәғлүмәт» (S-401) һәм «Хирургик операция йәки химиотерапия кәрәк булған пациенттар өсөн мәғлүмәт» (S-407). Был документтар медицина ярҙамы кәрәк булған хәл тыуғанда, шул иҫәптән ҡан ҡулланыуға ҡағылышлы һорауҙарҙа ла алдан уҡ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Ауырлы булһағыҙ йә һеҙгә операция эшләргә йәки онкологик ауырыуҙы дауаларға кәрәк булһа, өлкәндәрҙән кәрәкле документты һорап алығыҙ.

Дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитеты (КСБ). КСБ-ла тәжрибәле өлкәндәр хеҙмәт итә. Улар табиптарға һәм вәғәзселәргә ҡан ҡулланыуға ҡағылышлы һорауҙарҙы аңлатыр өсөн махсус өйрәтелгән. Был ҡәрҙәштәр һеҙҙе дауалаған табип менән ҡан ебәреү процедураһын алмаштырған башҡа альтернатив ысулдар тураһында һөйләшеп алыр һәм, кәрәк булһа, дини ҡарашығыҙҙы иҫәпкә алырға әҙер булған табипты табырға ярҙам итер. Улар тәүлегенә 24 сәғәт, аҙнаһына 7 көн дауамында бәйләнештә. Әгәр һеҙгә дауаханаға ятырға кәрәк булһа, операция эшләтергә йә, мәҫәлән, химиотерапия кеүек дауаланыу кәрәк булһа, хатта ҡан ебәреү мәсьәләһе тормаған кеүек тойолһа ла, мөмкин тиклем тиҙерәк КСБ-ға мөрәжәғәт итегеҙ. Был ауырлы апай-ҡәрҙәштәргә лә ҡағыла. КСБ-ла хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр менән өлкәндәр аша бәйләнешкә инеп була.

«Дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитеты. Улар нисек ярҙам итә?» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

Һеҙгә операция эшләтергә йә дауаланыу үтергә кәрәк булһа, КСБ нисек ярҙам итә ала?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 67-се йыр һәм доға