Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19—25 февраль

ЗӘБУР 8—10

19—25 февраль

2-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. «Эй Йәһүә, мин... һине маҡтармын»

(10 мин.)

Йәһүә беҙгә ҡарата бик игелекле (Зәб 8:3—6; w21.08 3 б., 6 абз.).

Беҙ башҡаларға Йәһүәнең ғәжәйеп эштәре тураһында һөйләп уны шатланып маҡтайбыҙ (Зәб 9:1; w20.05 23 б., 10 абз.).

Беҙ шулай уҡ ысын күңелдән Батшалыҡ йырҙарын йырлағанда ла уны маҡтайбыҙ (Зәб 9:2; w22.04 7 б., 13 абз.).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Мин Йәһүәне тағы ла нисек маҡтай алам?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 8:3, төшөрмә. Был аятта Алланың бармаҡтары тураһында әйтелгәндә, нимә күҙ уңында тотола? (it-2-U 279 б., 4 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Аллаға ышанмаған кеше менән һөйләшеү (lmd 5-се дәрес, 4-се пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Үткән тапҡыр, Аллаға ышанмайым, тип әйткән, әммә Барлыҡҡа килтереүсенең барлығын раҫлаған дәлилдәрҙе ҡарап сығырға ҡаршы булмаған кеше менән һөйләшеү (th 7-се дәрес).

6. Телмәр

(5 мин.) w21.06 6—7 бб., 15—18 абз. Тема: «Өйрәнеүселәрҙе Йәһүәне данларға өйрәтегеҙ» (th 10-сы дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

10-сы йыр

7. Осраҡлы вәғәз ваҡытында нисек иркен генә итеп әңгәмә ҡорорға?

(10 мин.). Фекер алышыу.

Йәһүәне данлар өсөн, беҙҙең күп ысулдар бар, шуларҙың береһе — көн дауамында осратҡан кешеләргә вәғәзләү (Зәб 35:28). Уңайы сыҡҡан һайын вәғәзләргә, тигән уй тәүҙә ҡурҡытырға мөмкин. Әммә һөйләшеүҙе тәбиғи итеп башларға һәм уны дауам итергә өйрәнһәк, осраҡлы вәғәз яҡшы емештәр килтерер, һәм беҙ вәғәздең был төрөндә шатланып ҡатнашырбыҙ.

«„Тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе“ вәғәзләгеҙ. Беренсе булып аҙым яһағыҙ» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

Осраҡлы вәғәз тураһында әйткәндә, ошо видеояҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Осраҡлы вәғәздә ҡатнашырға ярҙам иткән бер нисә кәңәш:

  •   Өйҙән сыҡҡан һайын, әңгәмә башлар өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Был хаҡта доға ҡылығыҙ. Йәһүәнән эскерһеҙ кешеләрҙе табырға ярҙам итеүен һорағыҙ.

  •   Осратҡан кешеләр менән үҙегеҙҙе дуҫтарса тотоғоҙ һәм уларға ихлас ҡыҙыҡһыныу күрһәтегеҙ. Изге Яҙмалағы ниндәй хәҡиҡәт уларҙың йөрәктәренә үтеп инә алыуын аңларға тырышығыҙ.

  •   Кеше ҡаршы булмаһа, телефон номерҙары менән алышығыҙ.

  •   Һеҙ Изге Яҙма тураһында бер нәмә лә әйтеп өлгөрмәйенсә әңгәмә тамамланһа — борсолмағыҙ.

  •   Әңгәмә тамамланғандан һуң да кеше хаҡында уйлағыҙ. Уға ҡыҙыҡһыныу күрһәтегеҙ. Әгәр ул ҡаршы булмаһа, уға берәй аятҡа йә jw.org сайтындағы берәй мәҡәләгә һылтанма ебәреп була.

Кәңәш. Берәйһе һеҙҙән, ял көндәре нисек үтте, тип һораһа, йыйылышта ишеткән берәй фекер менән бүлешегеҙ йә вәғәздә нисек ҡатнашҡанығыҙ тураһында һөйләгеҙ.

8. Йыйылыш ихтыяждары

(5 мин.)

9. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 65-се йыр һәм доға