Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22—28 ғинуар

ӘЙҮП 38, 39

22—28 ғинуар

11-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Алланың ижади эштәрен күҙәтеү өсөн ваҡыт бүләһегеҙме?

(10 мин.)

Ерҙе барлыҡҡа килтергәндә, Йәһүә үҙенең эшенә баһа бирер өсөн ваҡыт бүлгән (Бш 1:10, 12; Әп 38:5, 6; w21.08 9 б., 7 абз.).

Фәрештәләр Йәһүәнең ер менән күкте нисек барлыҡҡа килтергәнен күҙәтер өсөн ваҡыт бүлгән (Әп 38:7; w20.08 14 б., 2 абз.).

Ижади эштәрҙе күҙәтеп һәм улар тураһында уйланып, беҙ Йәһүәгә ҡарата ышанысыбыҙҙы нығытабыҙ (Әп 38:32—35; w23.03 17 б., 8 абз.).

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Әп 38:8—10. Был аяттарҙан Йәһүәнең Ҡанун сығарыусы булыуы тураһында нимә белеп була? (it-1-U 810 б., 1, 2 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(2 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Аралашырға теләмәгән кеше менән һөйләшеүҙе матур итеп тамамла (lmd 2-се дәрес, 3-сө пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(5 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Үткән һөйләшеүҙә кеше һиңә күптән түгел генә яҡын кешеһен юғалтҡаны тураһында әйткән (lmd 9-сы дәрес, 3-сө пункт).

6. Телмәр

(5 мин.) lmd Ҡушымта А, 1-се пункт. Тема: «Донъялағы ваҡиғалар һәм кешеләрҙең үҙҙәрен нисек тотоуы тиҙҙән барыһы ла үҙгәрәсәген күрһәтә» (th 16-сы дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

111-се йыр

7. Ижади эштәрҙе күҙәтеү нимә иң мөһиме икәнен иҫтә тоторға ярҙам итә

(15 мин.). Фекер алышыу.

Иблистең баҫымы һәм ялған дуҫтарының нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәре арҡаһында Әйүп иғтибарын үҙенә һәм ауырлыҡтарына ғына туплаған.

Тыңлаусыларыңдан Әйүп 37:14-те уҡыуын һора. Шунан һуң ошо һорауҙы бир:

Әйүпкә быларҙың барыһына ла йәнә рухи ҡараш менән ҡарай башлар өсөн нимә эшләргә кәрәк булған?

Һынауҙарға дусар булғанда, ижади эштәрҙе күҙәтеү беҙгә Йәһүәнең бөйөклөгөн онотмаҫҡа ярҙам итә, уға тоғро булып ҡалыу теләген нығыта һәм уның беҙгә ярҙам итергә көсө етерлек икәненә ышандыра (Мф 6:26).

«Әйүп китабындағы миҫалдар. Тереклек донъяһынан нимәгә өйрәнеп була?» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

Был видеояҙма Йәһүәгә ҡарата ышанысыбыҙҙы нисек нығыта?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 54 се йыр һәм доға