Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26 февраль — 3 март

ЗӘБУР 11—15

26 февраль — 3 март

139-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Үҙегеҙҙе тыныслыҡ хөкөм һөргән яңы донъяла күҙ алдына килтерегеҙ

(10 мин.)

Бөгөнгө донъя көс ҡулланыу менән тулған, сөнки кешеләр законды һәм тәртипте хөрмәт итмәй (Зәб 11:2, 3; w06-TAT 1/6 8 б, 3 абз.).

Йәһүәнең тиҙҙән көс ҡулланыуҙы бөтөрәсәгенә бер ҙә шикләнмәҫкә була (Зәб 11:5; wp16.4-TAT 11 б.).

Йәһүәнең беҙҙе ҡотҡарырға вәғәҙә иткәне тураһында уйланһаҡ, яңы донъяны түҙемлек менән көтә алырбыҙ (Зәб 13:5, 6; w17.08 7 б., 15 абз.).

КӘҢӘШ. Йәзәкил 34:25-те уҡығыҙ һәм үҙегеҙҙе тыныслыҡ, именлек хөкөм һөргән яңы донъяла күҙ алдына килтерегеҙ (kr-TAT 236 б., 16 абз.).

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 14:1. Был аятта килтерелән фекер йөрөтөү рәүеше мәсихселәргә нисек тәьҫир итергә мөмкин? (w13-TAT 15/9 19 б., 12 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(2 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Кешене Иҫкә алыу кисәһенә саҡыр (lmd 5-се дәрес, 3-сө пункт).

5. Һөйләшеү башлағыҙ

(1 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кешене Иҫкә алыу кисәһенә саҡыр (lmd 3-сө дәрес, 4-се пункт).

6. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кеше, уны Иҫкә алыу кисәһенә саҡырғанда, ҡыҙыҡһыныу күрһәтә (lmd 7-се дәрес, 4-се пункт).

7. Шәкерттәр әҙерләгеҙ

(5 мин.) lff 13-сө дәрес, «Төп фекер», «Ҡабатлау» һәм «Маҡсаттар» тигән рамкалар. «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкалағы берәй мәҡәлә ярҙамында өйрәнеүсегә Алланың ялған дингә нисек ҡарағанын аңларға ярҙам ит (th 12-се дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

8-се йыр

8. «Зирәклек һуғыш ҡоралдарынан яҡшыраҡ»

(10 мин.). Фекер алышыу.

Бөтә донъя буйлап көс ҡулланыу артҡандан-арта. Ҡайһы берҙәребеҙ иһә хатта көс ҡулланыуҙың ҡорбаны булған. Йәһүә белә: был арҡала беҙ күңел тыныслығын юғалтыуыбыҙ бар. Ул шулай уҡ үҙебеҙҙе яҡлаулы тойорға теләгәнебеҙҙе лә аңлай. Йәһүә беҙҙе, мәҫәлән, үҙ Һүҙе — Изге Яҙма ярҙамында яҡлай (Зәб 12:5—7).

Изге Яҙмалағы зирәклек «һуғыш ҡоралдарынан яҡшыраҡ» (Вғ 9:18). Аҫта Изге Яҙманан үҙебеҙҙе көс ҡулланыуҙан яҡларға ярҙам иткән бер нисә принцип килтерелә:

  • Вғ 4:9, 10. Ҡурҡыныс һәм хәүефле райондарҙа бер үҙегеҙ генә ҡалмағыҙ.

  • Ғһ 22:3. Йәмәғәт урындарҙа күҙ-ҡолаҡ булығыҙ.

  • Ғһ 26:17. Кеше бәхәсенә ҡыҫылмағыҙ.

  • Ғһ 17:14. Бына-бына ҡурҡыныс хәл тыуырға торһа, шунда уҡ ул ерҙән китегеҙ. Протест күтәрергә йыйынған халыҡ төркөмө янында йөрөмәгеҙ.

  • Лк 12:15. Мал-мөлкәтегеҙҙе яҡлар өсөн тормошоғоҙҙо бер ҡасан да ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.

«Иманлы кешеләрҙән өлгө алығыҙ: Ламехтан түгел, ә Ханохтан» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

Ханохтың миҫалы ҡурҡыныс районда йәшәгән бер ғаилә башлығына дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам иткән? (Ев 11:5).

Ҡайһы бер осраҡтарҙа мәсихсе үҙен йә мөлкәтен яҡлар өсөн, ниндәйҙер һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк, тип иҫәпләргә мөмкин. Әммә бер кем дә үлмәһен өсөн һәм ҡан ҡойолоуҙа ғәйепле булмаҫ өсөн, уға ҡулынан килгәндең барыһын эшләргә кәрәк (Зәб. 51:14). (2017 йылдың июль айында сыҡҡан «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән рубриканы ҡара.)

9. Кисәгә саҡырыу кампанияһы шәмбе көнө, 2 мартта башлана

(5 мин.) Өлкәндең телмәре. Махсус телмәр, Иҫкә алыу кисәһе һәм йыйылышығыҙҙың территорияһында вәғәз эше нисек ойоштороласағы тураһында һөйләп кит. Вәғәзселәргә март һәм апрель айында 15 сәғәтлек норма менән ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә аласаҡтары тураһында әйт.

10. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 40-сы йыр һәм доға