8—14 ғинуар
ӘЙҮП 34, 35
30-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. Ғәҙелһеҙлеккә нисек ҡарарға?
(10 мин.)
Онотмағыҙ: Йәһүә бер ҡасан да ғәҙелһеҙ эш итмәй (Әп 34:10; wp19.1 8 б., 1 абз.).
Яуыздар ҡылған эштәре өсөн язаға тарттырылмай кеүек тойолорға мөмкин, әммә Йәһүәнән бер нәмә лә йәшереп булмай (Әп 34:21—26; w17.04 10 б., 5 абз.).
Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан кешеләргә иң яҡшы ярҙам — уларға Йәһүә тураһында һөйләү (Әп 35:9, 10; Мф 28:19, 20; w21.05 7 б., 19, 20 абз.).
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
Әп 35:7. «Әллә ул [Алла] һинән берәй игелек күрәме?» — тип әйтеп, Илуй нимәне күҙ уңында тотҡан? (w17.04 29 б., 3 абз.).
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мф 15:21—39 (th 10-сы дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим ит (lmd 10-сы дәрес, 3-сө пункт).
5. Һөйләшеү башлағыҙ
(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Балалары булған кешегә jw.org сайтынан атай-әсәйҙәр өсөн файҙалы мәғлүмәтте нисек табып булғанын күрһәт (lmd 1-се дәрес, 4-се пункт).
6. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
58-се йыр
7. Осраҡлы вәғәздә ҡатнашаһығыҙмы?
(15 мин.). Фекер алышыу.
Илсе Павел Тимофейҙы: «Алла һүҙен вәғәзлә, быны... эшләргә әҙер тор», — тип өндәгән (2Тм 4:2). Ҡайһы саҡта «быны... эшләргә әҙер тор» тип тәржемә ителгән грек ҡылымы һәр ваҡыт эш итергә әҙер торған һаҡсыға йә хәрби постта торған һуғышсыға ҡарата ҡулланылған. Был һүҙҙәр, кешеләр менән һөйләшкәндә, шаһитлыҡ бирергә теләгәнебеҙҙе һәм быны эшләргә һәр ваҡыт әҙер торғаныбыҙҙы яҡшы итеп һүрәтләй.
Йәһүәгә ҡарата яратыу һәм уның беҙҙең хаҡҡа эшләгән игелеге өсөн рәхмәтле булыу башҡаларға уның матур сифаттары тураһында һөйләргә дәртләндерә.
Тыңлаусыларыңдан Зәбур 71:8-ҙе уҡыуын һора. Шунан һуң ошо һорауҙы бир:
Башҡаларға Йәһүә тураһында нимә һөйләргә теләр инең?
Кешеләргә ҡарата яратыу ҙа беҙҙе осраҡлы рәүештә вәғәзләргә дәртләндерә.
«Нисек йөҙәрләгән кеше хәҡиҡәтте тапҡан?» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:
Осраҡлы вәғәз йөҙәрләгән кешегә хәҡиҡәтте табырға нисек ярҙам иткән?
Элек сиркәүгә йөрөгәндәргә хәҡиҡәт нисек ярҙам иткән?
Башҡаларҙы яратыу нисек беҙҙе һәр осраҡтан файҙаланып шаһитлыҡ бирергә дәртләндерә?
Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн осраҡлы вәғәз кешеләрҙе Йәһүә менән таныштырыу өсөн бик уңышлы ысул булып тора?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 4-се бүлек, 33 б. рамка