Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27 ғинуар — 2 февраль

ЗӘБУР 139—142 [140—143, ЯДТ]

27 ғинуар — 2 февраль

44-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Ярҙам һорап ялбарғандан һуң, доғағыҙ буйынса эш итегеҙ

(10 мин.)

Кәңәштәрҙе ҡабул итергә әҙер булығыҙ (Зәб 140:5 [141:5, ЯДТ]; w22.02 12, 13 бб., 13, 14 абз.).

Йәһүәнең үҙегеҙгә һәм боронғо замандарҙа йәшәгән хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәне тураһында уйланығыҙ (Зәб 142:5 [143:5, ЯДТ]; w10-TAT 15/3 32 б., 4 абз.).

Бөтә нәмәгә Йәһүә ҡарағандай ҡарарға тырышығыҙ (Зәб 142:10 [143:10, ЯДТ]; w15-TAT 15/3 32 б., 2 абз.).

Зәбур 139—142-нән [140—143, ЯДТ] күренеүенсә, Дауыт Йәһүәнән ярҙам һорап ҡына ҡалмаған, ул доғалары буйынса эш тә иткән.

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 139:4 [140:3, ЯДТ]. Ни өсөн Дауыт, яуыздарҙың ауыҙҙарында «ҡара йылан ағыуы», тип яҙған? (it-2-U 1277 б., 3 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Кешегә ярҙам күрһәткәндән һуң, уның менән Изге Яҙмалағы берәй тема буйынса әңгәмә башла (lmd 3-сө дәрес, 5-се пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(3 мин.) ЙӘМӘҒӘТ УРЫНДАРЫНДА ВӘҒӘЗЛӘҮ. Ваҡытым юҡ, тип әйткән кеше менән һөйләшеү (lmd 7-се дәрес, 3-сө пункт).

6. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ

(5 мин.) Әңгәмә. ijwfq, 21-се мәҡәлә. Тема: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары ҡан ебәреүҙән баш тарта?» (th 7-се дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

141-се йыр

7. Медицина ярҙамы кәрәк булған осраҡтарға әҙер булығыҙ

(15 мин.). Фекер алышыу.

Беҙ бәләгә ҡалғанда, Йәһүә беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер (Зәб 45:2 [46:1, ЯДТ]). Берәй дауаланыу үтергә кәрәк булһа йә операция талап ителһә, беҙ бының арҡаһында бик ныҡ борсолорға мөмкин. Әммә Йәһүә беҙгә шундай осраҡтарға әҙерләнергә ярҙам итә. Мәҫәлән, уның ойошмаһы беҙҙә «Ихтыяр белдереү һәм дауалау тураһындағы ышаныс ҡағыҙы» (dpa) һәм «Шәхес танытмаһы» a (ic) тигән документтарҙың һәм үҙ эсенә медицина мәғлүмәттәрен алған башҡа документтарҙың да b булыуын хәстәрләгән, шулай уҡ Дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитетын (КСБ) ойошторған. Быларҙың барыһы беҙгә Алланың ҡанға ҡағылышлы ҡанунына буйһонорға ярҙам итә (Илс 15:28, 29).

«Медицина ярҙамы. Нимәне алдан хәстәрләргә кәрәк?» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

  • Ҡайһы берәүҙәргә «Ихтыяр белдереү ҡағыҙын» алдан тултырып ҡуйыу нисек ярҙам иткән?

  • Ҡайһы берәүҙәргә «Ауырлы ҡатындар өсөн мәғлүмәт» (S-401) тигән документ нисек ярҙам иткән?

  • Әгәр һеҙгә дауаханаға ятырға, операция эшләтергә йә дауаланырға, мәҫәлән, онкология ауырыуын дауаларға кәрәк булһа, хатта ҡан ебәреү мәсьәләһе тормаған кеүек тойолһа ла, ни өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк КСБ-ға мөрәжәғәт итергә кәрәк?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 103-сө йыр һәм доға

a Һыуға сумдырылған вәғәзселәр «Ихтыяр белдереү ҡағыҙын» әҙәбиәт өсөн яуаплы ҡәрҙәштән һорай ала. Улар шулай уҡ балиғ булмаған балалары өсөн «Шәхес танытмаһы» тигән документты ла һорап ала ала.

b Кәрәк булһа, аҡһаҡалдарҙан «Ауырлы ҡатындар өсөн мәғлүмәт» (S-401), «Хирургик операция йәки химиотерапия кәрәк булған пациенттар өсөн мәғлүмәт» (S-407) һәм «Балалары медицина ярҙамына мохтаж булған атай-әсәйҙәр өсөн мәғлүмәт» (S-55) тигән документтарҙы һорап алырға була.