Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Инеш һүҙҙәр

Инеш һүҙҙәр

«НИ ӨСӨН НАМЫҪЛЫ БУЛЫРҒА КӘРӘК?» тигән брошюра

Һора: Һәр кеше Изге Яҙмалағы был принцип буйынса йәшәһә, донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрер инеме?

Уҡы: Евр. 13:18

Тәҡдим ит: Изге Яҙма беҙҙе һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә, йәғни бар яҡтан да намыҫлы булырға дәртләндерә. Был брошюрала намыҫлылыҡ тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә нисек тәьҫир итә икәне ҡарала. [Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн берәй планды тәҡдим итеп була.]

«НИ ӨСӨН НАМЫҪЛЫ БУЛЫРҒА КӘРӘК?» тигән брошюра

Һора: Бер тикшеренеү буйынса 10 минут һөйләшеү эсендә кешеләрҙең 60 проценты кәм тигәндә бер тапҡыр алдай. Күптәр, алдамайынса йәшәп булмай, тиҙәр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Уҡы: Ғиб. һүҙ. 20:17

Тәҡдим ит: Был брошюрала ни өсөн намыҫлы булырға кәрәк икәне аңлатыла

АЛЛА ИСЕМЕ ХАҠЫНДАҒЫ ӨҪТӘМӘ МАТЕРИАЛ

Тәҡдим ит: Мин һеҙгә Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса түләүһеҙ курс тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китергә теләр инем. Һеҙ үҙегеҙҙең Изге Яҙмағыҙҙан мөһим һорауҙарға яуап таба алырһығыҙ.

Һора: Һеҙҙең Изге Яҙманы уҡығанығыҙ бармы? [Яуабын тыңла.] Әйҙәгеҙ, һеҙгә был мәҡәләләр буйынса өйрәнеү ни ҡәҙәр еңел булғанын күрһәтәйем [Алланың исеме тураһындағы мәҡәләнән «Алланың исеме нисек?» тигән һорауҙы ҡарап сыҡ.]

Уҡы: Ишағ. 42:8

МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ

Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.