Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11—17 ғинуар

2 ЙЫЛЪЯҘМА 33—36

11—17 ғинуар
  • 35-се йыр һәм доға

  • Рәйестең баш һүҙе (3 мин. йә әҙерәк)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

  • «Йәһүә ысын тәүбә итеүҙе ҡәҙерләй» (10 мин.)

    • 2Йыл 33:2—9, 12—16. Ысын күңелдән тәүбә иткәнгә, Манасияға мәрхәмәт күрһәтелә (w05-TAT 1.12. 11 б., 5 абз.)

    • 2Йыл 34:18, 30, 33. Изге Яҙманы уҡыу һәм уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланыу беҙгә ныҡ тәьҫир итә ала (w05-TAT 1.12. 11 б., 10 абз.)

    • 2Йыл 36:15—17. Беҙ Йәһүәнең ҡыҙғаныуын һәм түҙемлеген ҡәҙерләмәгән кешеләр һымаҡ булырға теләмәйбеҙ (w05-TAT 1.12. 11 б., 7 абз.)

  • Рухи ынйыларҙы эҙләп табабыҙ (8 мин.)

    • 2Йыл 33:11. Манасия Бабилға алып кителгәс, ниндәй пәйғәмбәрлек үтәлгән? (it-U «Ахаз» №1, 5 абз.)

    • 2Йыл 34:1—3. Йошияның миҫалы беҙҙе ҡайһы яҡтан йыуата? (w05-TAT 1.12. 11 б., 6 абз.)

    • Мин был аҙнала Изге Яҙманы уҡығанда Йәһүә тураһында нимә белдем?

    • Мин был аҙнала Изге Яҙманан уҡып белгәндәрҙе нисек хеҙмәтемдә ҡуллана алам?

  • Изге Яҙманы уҡыу: 2Йыл 34:22—33 (4 мин. йә әҙерәк)

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

  • Беренсе килеү (2 мин. йә әҙерәк). Ошо айҙа таратыла торған брошюраның темаһына иғтибар итеп, уны тәҡдим ит. [Йә планды тәҡдим ит.] Ҡабат килеп китеүгә нигеҙ һал.

  • Ҡабат килеп китеү (4 мин. йә әҙерәк). Беренсе килеүҙә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешегә ҡабат килеп китеү яһа. Киләһе килеп китеүгә нигеҙ һал.

  • Изге Яҙманы өйрәнеү (6 мин. йә әҙерәк). Тейешле планды ҡулланып, «Алла беҙҙе ярата» (Әп 34:10—12) тигән өҫтәмә исем буйынса Изге Яҙма өйрәнеүе үткәр.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

  • 39-сы йыр

  • Тәүбә итеү мөһим роль уйнай (10 мин.). Өлкән w06-TAT 1.12. 16, 17 б., 7—9 абз. нигеҙләнеп сығыш яһай.

  • Ихлас күңелдән кисер (5 мин.). Фекер алышыу. Сайтыбыҙҙан «Йәһүәнең дуҫы бул. Ысын күңелдән кисер» тигән видеоны күрһәт. Шунан балаларҙы үҙҙәренә ниндәй үрнәк алғандарын һөйләргә саҡыр.

  • Изге Яҙманы йыйылыш менән өйрәнеү: ia 6-сы бүлек, 15—23 абз., рамка 57 б., ҡабатлау 58 б. (30 мин.)

  • Ошо һәм киләһе осрашыуға байҡау яһау (3 мин.)

  • 6-сы йыр һәм доға