Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Хаҡ ғибәҙәт ҡылыу өсөн урындар төҙөү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү — оло хөрмәт

Хаҡ ғибәҙәт ҡылыу өсөн урындар төҙөү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү — оло хөрмәт

Израилдәге ғибәҙәтхананы төҙөү күп көс һәм аҡса талап иткән. Ләкин израилдәр был төҙөлөш эшендә ҙур ашҡыныу менән ҡатнашҡан (1Йыл 29:2—9; 2Йыл 6:7, 8). Төҙөлөш тамамланғас, израилдәргә ғибәҙәтхананы тейешенсә һаҡлап торорға кәрәк булған, һәм уларҙың быға мөнәсәбәте рухилыҡтарын күрһәткән (2Бат 22:3—6; 2Йыл 28:24; 29:3). Бөгөн мәсихселәр Батшалыҡ Залдарын һәм Конгрестар Залдарын төҙөү, йыйыштырыу һәм хеҙмәтләндереү өсөн күп көс сарыф итә. Йәһүә менән шундай эштәрҙә хеҙмәттәшлек итеү — оло хөрмәт, шулай уҡ изге хеҙмәтебеҙҙең өлөшө булып тора (Зб 127:1; Ас 7:15).

БЕҘ НИСЕК ҮҘ ӨЛӨШӨБӨҘҘӨ ИНДЕРӘ АЛАБЫҘ?

  • Һәр осрашыуҙан һуң Залды йыйыштыра һәм кәм тигәндә ултырған урыныбыҙҙың тирә-яғын тикшереп сыға алабыҙ;

  • Батшалыҡ Залын йыйыштырыуҙа һәм уны хеҙмәтләндереүҙә даими ҡатнаша алабыҙ. Күберәк кеше ҡатнашһа, эш тиҙерәк һәм күңеллерәк барыр (lv 92, 93 бб., 18 абз.);

  • Финанс яҡтан ярҙам күрһәтеп була. Ысын күңелдән хатта «ике ваҡ баҡыр аҡса» сарыф итеү ҙә Йәһүәне һөйөндөрә (Мк 12:41—44)

  • Ҡулыбыҙҙан килгәнсе теократик биналарҙы төҙөүҙә һәм уларҙы реконструкциялауҙа ҡатнаша алабыҙ. Бының өсөн төҙөлөш эшендә тәжрибәгә эйә булыу мотлаҡ түгел.