МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Эҙәрлекләнгән мәсихселәрҙе доғаларығыҙҙа иҫтә тотоғоҙ
Изге Яҙмала, Шайтан, хеҙмәтебеҙгә ҡамасаулар өсөн, беҙҙе эҙәрлекләр, тип пәйғәмбәрлек ителгән булған (Ях 15:20; Ас 12:17). Башҡа илдәрҙә эҙәрлекләү арҡаһында ғазап сиккән ҡәрҙәштәребеҙгә нисек ярҙам итеп була? Беҙ улар өсөн доға ҡыла алабыҙ. «Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле» (Яҡ 5:16).
Беҙ нимә хаҡында доға ҡыла алабыҙ? Беҙ Йәһүәнән ҡәрҙәштәребеҙгә ҡыйыулыҡ биреүен һәм уларға ҡурҡмаҫҡа ярҙам итеүен үтенергә мөмкин (Иш 41:10—13). Беҙ шулай уҡ хөкүмәттәр өсөн, улар вәғәз эшебеҙгә илтифат күрһәтһен тип, доға ҡыла алабыҙ. Шул саҡта беҙ «имен һәм тыныс ғүмер» итә алырбыҙ (1Тм 2:1, 2).
Петр менән Павел эҙәрлекләнгән саҡта беренсе быуаттағы мәсихселәр улар хаҡында, исемдәрен телгә алып, доға ҡылған (Ғм 12:5; Рм 15:30, 31). Бөгөн эҙәрлекләнгән бөтә ҡәрҙәштәребеҙҙең исемдәрен белмәһәк тә, беҙ, уларҙың йыйылышын, йәшәгән илдәрен йә райондарын телгә алып, доға ҡыла алыр инекме?