Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 1—3

«Күктәр Батшалығы яҡынлашты»

«Күктәр Батшалығы яҡынлашты»

3:4

  • Яхъяның кейеменән һәм тышҡы ҡиәфәтенән уның ябай тормош алып барғаны һәм бирелеп Алла ихтыярын үтәгәне шунда уҡ күренгән.

  • Яхъя Ғайсаға юл әҙерләү вазифаһын ҙур хөрмәт тип һанаған, шуға күрә был эш хаҡына һәр ҡайһы ҡорбанға барырға әҙер булған.

Ябай тормош алып барыу беҙгә Аллаға хеҙмәт итеүҙә күберәк эшләргә ярҙам итә, шунлыҡтан күберәк шатлыҡ килтерә. Тормошобоҙҙо нисек ябайлаштырып була?

  • Һин ысынында нимәгә мохтаж икәнен билдәлә.

  • Кәрәкмәгән сығымдарҙан ҡас.

  • Реаль бюджет төҙө.

  • Артыҡ әйберҙәрҙән арын.

  • Бурыстарыңды түләп бөтөр.

  • Эшкә сарыф ителгән ваҡытты ҡыҫҡарт.

Яхъя сиңерткә һәм солоҡ бал ашаған

Тормошто ябайлаштырып, мин ниндәй маҡсатыма ирешә алырмын?