Матфей китабындағы 8-се һәм 9-сы бүлектәрҙә Ғайсаның Галилеялағы хеҙмәтенең ҡайһы бер ваҡиғалары тасуирлана. Ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, Ғайса үҙенең көсөн, ә иң мөһиме, кешеләргә ҡарата ҙур яратыуын һәм ҡыҙғаныуын күрһәткән.
-
Ғайса махаулы кешене һауыҡтырған (Мт 8:1—3).
-
Ғайса йөҙбашының хеҙмәтсеһен төҙәлткән (Мт 8:5—13).
Ул Петрҙың ҡәйнәһен һауыҡтырған (Мт 8:14, 15).
Ул кешеләрҙән ендәрҙе ҡыуып сығарған һәм ауырыуҙарҙы төҙәлткән (Мт 8:16, 17).
-
Ғайса ике кешегә ингән бик яуыз ендәрҙе ҡыуып сығарып уларға сусҡалар эсенә инергә бойороҡ биргән (Мт 8:28—32).
-
Ғайса паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырған (Мт 9:1—8).
Ул кейеменә ҡағылған ҡатынды төҙәлткән һәм Яирҙың ҡыҙын һауыҡтырған (Мт 9:18—26).
Ул һуҡырҙарҙы һәм телһеҙ кешене төҙәлткән (Мт 9:27—34).
-
Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап үтеп, «кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы» (Мт 9:35, 36).
Мин кешеләргә яратыу һәм ҡыҙғаныу нисек күберәк күрһәтә алам?