Ғайса күңел тыныслығы бирергә вәғәҙә итә
«Минең ҡамытым уңайлы»
Балтасы булараҡ, Ғайса яҡшы ҡамыт яһай белгән. Ҡамыт мөмкин тиклем уңайлыраҡ булһын өсөн, уны, бәлки, тире йә туҡыма менән урарға кәрәк булғандыр. Һыуға сумдырылғас, беҙ Ғайсаның шәкерте булып китәбеҙ һәм уның ҡамытын кейәбеҙ, шулай итеп, тейешле талаптарҙы үтәргә вәғәҙә бирәбеҙ. Әммә был беҙҙең өсөн ауыр түгел, ә киреһенсә, күп шатлыҡ һәм фатиха килтерә.
Ғайсаның ҡамытын кейгәндән бирле һин ниндәй фатихалар урҙың?